Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 12:00

Бөтә донъя изгелек көнө бар икән

Бөгөн, 13 ноябрь, Изгелек көнө!Изге эштәр эшләр өсөн һәм донъяны матурыраҡ итер өсөн байрамды көтөү кәрәкмәй. Көндәлек, йөрәгең ҡушыуы буйынса, милләтенә, гражданлығына һәм ниндәй диндә икәнлегенә ҡарамай, икенсе кеше өсөн изге эштәр эшләргә мөмкин. Тик ошолай ғына беҙҙең донъя яҡшырасаҡ һәм изгерәк буласаҡ!

Бөгөн, 13 ноябрь, Изгелек көнө!
Ул башлыса Тымыҡ океан төбәгендә урынлашҡан илдәр һәм уларға эйәреүсе Англия беренсе тапҡыр “Бөтөн донъя изгелек өсөн хәрәкәт” тип исемләнгән симпозиум үткәргән ваҡытта, 1998 йылда, барлыҡҡа килә.
Бөтөн донъя изгелек көнө - ғәмәл байрамы. Кешегә нисә йәш, уның ҡайҙа йәшәүенә һәм ниндәй һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, ул изгелек эшләй: ҡатмарлы хәл-шарттарҙа башҡаларҙы илһамландырыу өсөн яҡшы нәмәне күрә; дуҫтарының һәм ғаиләһенең һүҙҙәренә ҡолаҡ һала; үҙе йәшәгән донъяға яҡшыраҡ булырға ярҙам итеү өсөн ваҡыты, көс-дәрте һәм байлығы менән уртаҡлаша ала.
Тикшеренеүҙәр яҡшылыҡ, изгелек эшләүселәрҙең үҙҙәрен бәхетле тойоуын, һирәгерәк сирләүен һәм оҙаҡ йәшәүен күрһәтте. Ә үҙ тойғоларын йәшермәйенсә рәхмәт белдереүселәр һәм наҙ күрһәтеүселәр депрессиянан аҙыраҡ яфа күрә, оптимист була, иртәгәһе көнгә позитив ҡарай һәм тормоштарын гармониялы тип иҫәпләй.
Изге эштәр эшләр өсөн һәм доньяны матурыраҡ итер өсөн байрамды көтөү кәрәкмәй. Көндәлек, йөрәгең ҡушыуы буйынса, милләтенә, гражданлығына һәм ниндәй диндә икәнлегенә ҡарамай, икенсе кеше өсөн изге эштәр эшләргә мөмкин. Тик ошолай ғына беҙҙең донъя яҡшырасаҡ һәм изгерәк буласаҡ!
Читайте нас в