Бөгөн-иртәгә уны Бөрө үҙәк район дауаханаһына ебәрәсәктәр. Бөгөн ошондай уҡ сифатлы эсәр һыуҙы Зубовола урынлашҡан Республика клиник инфекция үҙәгендә алдылар. Асҡын районы , “Танып” санаторийы менән берлектә, хәйриә акцияһы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә, был һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына биш тонна минераль һыу ебәрҙе. Яңыраҡ өс тонна минераль һыу Асҡын үҙәк район дауаханаһына тапшырылғайны.