Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2020, 11:05

Хәүефһеҙлек аҙналығы

Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланғанда тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса операция бара.

Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланғанда тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса операция бара.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының 2020 йылдың 6 ноябрендәге 158-се һанлы бойороғона ярашлы, 9-20 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһында Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы РФ Эске эштәр министрлығының БР буйынса ЮХХДИ идаралығы, БР Урман хужалығы, Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары менән берлектә үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланғанда тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса «Хәүефһеҙлек аҙналығы» шартлы исеме аҫтында сара үткәрелә.
Операцияның маҡсаты: үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы, шулай уҡ юлһыҙ ерҙән йөрөүсе мотосараларҙы файҙаланғанда техник торош, хәрәкәт хәүефһеҙлеге, хәүефһеҙлек техникаһы һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау талаптары, шулай уҡ уларҙы теркәү һәм идара итергә рөхсәт итеү ҡағиҙәләре үтәлеүен тәьмин итеү. Тикшереүҙәр үткәргәндә машиналарҙың теркәү мәғлүмәттәренә тап килеүенә, теркәү һәм техник тикшереү ҡағиҙәләре, машина менән идара итеүгә рөхсәт итеү тәртибе үтәлеүенә иғтибар бүленәсәк.
Профилактик сара барышында район дәүләт техник күҙәтеүе дәүләт инженер-инспекторҙары тарафынан ауылдар буйлап рейдтар ойоштороласаҡ. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар буйынса административ йоғонто саралары күреләсәк һәм техниканы файҙаланғанда норматив талаптар аңлатылсаҡ.
В. Иҙелбәков, район дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы.
Читайте нас: