"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2020, 19:05

Үрген мәктәбе тарихы биттәре

2021 йылда Үргендә тәүге мәктәп асылыуға 100 йыл тулаРәсәйҙә 1917 йылдағы Октябрь революцияһынан һуң дини уҡыу йорттарын яба башлайҙар. 1919 йылда 20 йылға яҡын уңышлы эшләгән Үрген мәҙрәсәһе лә эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була.

2021 йылда Үргендә тәүге мәктәп асылыуға 100 йыл тула
Рәсәйҙә 1917 йылдағы Октябрь революцияһынан һуң дини уҡыу йорттарын яба башлайҙар. 1919 йылда 20 йылға яҡын уңышлы эшләгән Үрген мәҙрәсәһе лә эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була. Тик ауыл муллаһы Ғәбделәхәт Абдуллиндың ҡатыны Орҡоя абыстай ғына өйөндә ҡыҙҙарҙы уҡытыуын дауам итә.
Был ваҡытта Аҡъюлов Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәттең өсөнсө улы Хәйбулла, үҙҙәрендә башланғыс белем алғандан һуң, Өфөләге атаҡлы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән була. Был уҡыу йорто ла 1919 йылда ябылып, уның урынына совет мәктәбе асыла. Мулла балаһы булған өсөн Хәйбулланы бер ергә лә уҡырға алмайҙар, ул тыуған ауылына ҡайтып китергә мәжбүр була. Тамамланған белеме булмау сәбәпле, ҡулына бер ниндәй ҙә документ ала алмай. Ошо хәлдә донъялағы ваҡиғаларҙы алдан күреүсе һәм дөрөҫ баһалаусы атаһы, улының киләсәген уйлап, уға үҙенән рәсми рәүештә баш тартырға тәҡдим итә. Бик ауыр һәм оҙаҡ уйланыуҙар, икеләнеүҙәр һәм һыҙланыуҙар аша егет ошо аҙымға барырға мәжбүр була. Йәмғиәт ҡоролошо төбө-тамыры менән үҙгәргән бола осорҙа бындай фажиғәләр бер Аҡъюловтарға ғына ҡағылмаған, ә йөҙәр меңләгән ғаиләләрҙе солғап алған бит.
Артабан Хәйбулла, педагогия курстарында уҡып, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы танытмаһын ала һәм 1921 йылда ауылына ҡайта. Ошо йылдың көҙөндә Үргендә 2 йыл буш торған мәҙрәсә йортонда дүрт йыллыҡ совет мәктәбе асыла. Уның беренсе уҡытыусыһы Хәйбулла Аҡъюлов була. Мәктәп, күп ауырлыҡтарҙы еңеп, ауылда яңы тормош төҙөү, балаларҙа белемгә ҡыҙыҡһыныу уятыу буйынса бик әүҙем эшләй. Уның тәүге уҡыусылары, артабан белемдәрен башҡа уҡыу йорттарында тәрәнәйтеп, оҙаҡ йылдар төрлө вазифаларҙа уңышлы эшләнеләр. Улар араһында ауылдың беренсе шоферы, һуғыштан һуң ауыл советы һәм колхоз рәйесе Фуат Абдуллин, 20 йылдан ашыу Ейәнсура районы халыҡ судъяһы булып эшләгән Әсмә Мырҙаҡаева, ауыл советы рәйесе Фатима Аҡъюлова, партия район комитетының яуаплы хеҙмәткәрҙәре Әхмәт Байгилдин, Әхәт Мырҙаҡаев, уҡытыусылар Хәлил Байтимеров, Ғиззәтулла менән Зөлхизә Солтанбаевтар һәм башҡалар бар.
Үргендең беренсе коммунисы Хәйбулла мөғәллим 1928 йылдың көҙөндә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Ауылыбыҙҙың беренсе уҡытыусыһы, уның күркәм кешелек сифаттары тураһында бөгөн дә матур хәтирәләр һаҡлана.
Хөкүмәттең махсус ҡарары менән БАССР төҙөлөүҙең 10 йыллығы айҡанлы республикала тәү тапҡыр күпләп яңы мәктәптәр төҙөү программаһы тормошҡа ашырыла. 1929 йылда Үргендә лә ҙур дүрт класс бүлмәһе, иркен зал менән заманы өсөн бик һәйбәт мәктәп һалына. Уны төҙөүҙә ауыл халҡы ла бер тин хаҡ алмай әүҙем ҡатнаша. Үткән быуаттың 50-70-се йылдарында төкәтмәләр менән ҙурайтылып, мәктәп 55 йыл буйы үргендәргә генә түгел, ярты райондың тип әйтерлек балаларына хеҙмәт итте.
1932 йылда башланғыс мәктәп ете йыллыҡҡа әйләндерелә һәм 1935 йылда тәүге сығарылышын яһай. Һуғышҡа тиклемге осорҙа педагогик коллектив ауылдың өлкән йәштәге кешеләрен наҙанлыҡтан ҡотҡарыу, улар араһында аң-белем таратыу буйынса ла бик емешле эшләй. Был мәктәпкә Байдәүләт, Бикбау, Күгәрсен, Иҫәнғол, Яңы Себенле, Таҙлар, күрше Күгәрсен районының Мәҡсүт ауыл советтарына ингән ауылдарҙан балалар килеп уҡый. Мәктәп эргәһенә интернат һалына, ашхана асыла. Ситтән килгән уҡыусылар шунда йәшәйҙәр һәм туҡланалар. Шулай уҡ башҡа уҡыусыларға ла бер тапҡыр йылы аш ашатыу ойошторола. Мәктәп яны участкаһы булдырыла һәм мал (ат, һыйыр, һарыҡтар) аҫырала. Мәктәптең пионер ойошмаһы бик көслө була. Улар спектакль, концерттар әҙерләп ҡуялар, «Еңел һыбайлылар» төркөмө ойоштороп, ауылда етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәшәләр. Ҡар тотоу, көл йыйыу, тиреҫ сығарыу кеүек эштәрҙә әүҙем ҡатнашалар. Был эштәр өлкән пионер вожатыйы Әһлетдин Байгилдин етәкселегендә башҡарыла.

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар. 1937 йыл.

Уҡытыусылар Шәрифулла Биҡҡолов, Менәүәр Ниязғолов, Хәлил Байтимеров, Ғәзиз Әлибаев, Йомабай Аблаев, Ғиззәтулла һәм Зөлхизә Солтанбаевтар, Ғәли Моратов, Фәтих Абдуллин һәм башҡалар үҙҙәренең көслө профессиональ әҙерлектәре, юғары мәҙәниәтлелектәре менән ҙур абруй ҡаҙаналар. Был йылдарҙа мәктәп директорҙары булып Ғайса Аҡманов, Мәһәҙи Иҙрисов, Рәхим Иҫәнғолов уңышлы эшләйҙәр. Ошондай педагогтарҙың йоғонтоһонда тәрбиәләнгән балаларҙың уҡытыусы һөнәрен үҙ итеүе осраҡлы хәл түгел, билдәле. Ырымбур, Дәүләкән, Темәс педагогия училищеларының тыуған йорттан алыҫ булыуы ла, етешһеҙ тормош та 15-16 йәшлек егет һәм ҡыҙҙарҙың белем алыу теләген һүндерә алмай. Ошо ваҡытта уҡып сыҡҡан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Сәйҙә Аҡъюлова, Вәли Солтанбаев, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниктары Мәғәфүрә Абдуллина, Ғәбиҙә Солтанбаева, Шәрифйән Аҙнабаев, абруйлы педагогтар Әхмәтбай Абдуллин, Зәйтүнә Абдуллина, Әйүп Ейәнбирҙин һәм башҡалар һәр ваҡыт фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәттеләр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ир уҡытыусылар фронтҡа китеп бөтә һәм мәктәптә ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар ғына ҡала. 19-20 йәшлек ҡыҙҙарҙың иңенә күтәрә алмаҫтай ауыр йөк төшә, уҡытыуҙан тыш ауылдағы бөтә эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар булырға тура килә. Уҡыу йортоноң был осорҙағы эшмәкәрлеге «Погонһыҙ һалдаттар» исемле мәҡәләмдә яҡтыртылды.
1943 йылда Үргендә етемдәр өсөн балалар йорто асыла. Уның тәрбиәләнеүселәре менән ауыл халҡы араһында иҫ киткес йылы мөнәсәбәттәр урынлаша. 1955 йылда балалар йорто ябылғас, ауыл етемһерәп ҡалған кеүек була.
Үрген мәктәбенең 27 уҡыусыһы һуғышта ҡатнашып, туғыҙы ил азатлығы өсөн баштарын һала. Улар араһында 19-20 йәшлек кенә педагогтар Әмир Солтанбаев, Әбдрахман Яйыҡбаев, Ғәлиәхмәт һәм Рәхимйән Янбаевтар бар. Элекке мәктәп директорҙары Ғайса Аҡманов, Рәхим Иҫәнғолов һәм уҡытыусы Хәсән Мөсифуллин да яуҙа батырҙарса һәләк булалар. Уҡытыусы-ауылдаштарыбыҙ Әхмәтбай Абдуллин, Юлбарс Абдуллин, Вәли Солтанбаев, Шәрифйән Азнабаев, Әхмәт Аҡъюлов, Әйүп Ейәнбирҙин, Әбделхәй Теләүбирҙин һуғыштан еңеүселәр булып ҡайталар.
Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ хужалығының бөтә тармаҡтарын да күпкә юғарыраҡ кимәлгә күтәреү кәрәклеген асып һалды. Бының өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү иң мөһим шарттарҙың береһе ине, ә уға нигеҙ мәктәптә һалына. 1946 йылда Абзан районы бүленеп сыҡҡас, Ейәнсурала берҙән-бер урта мәктәп район үҙәге Иҫәнғолда була, унда уҡытыу тик урыҫ телендә генә алып барыла. Шул сәбәпле район халҡының 80%-ы тирәһен тәшкил иткән башҡорттарҙың балалары урта белем алыуҙан тулыһынса тип әйтерлек мәхрүм булалар. Ошоно күҙ үңында тотоп, районда саф башҡорт мәктәбе асыла, һәм был бәхет үргендәргә йылмая.
Мәктәп архивында һаҡланған бойороҡтоң күсермәһе:
Бойороҡ
1 октябрь 1947 йыл.
Урта мәктәп асылыу сәбәпле, бөгөн 1 октябрҙән отпускымды өҙөп, эшкә тотонам.
Мәктәп директоры: Фәтих Абдуллин.
Урта мәктәптең Үргендә асылыуының төп сәбәптәре булып матди базаның сағыштырмаса яҡшы булыуы, ашханаһы менән интернаттың эшләүе, балалар йортоноң урынлашыуы, әле үк 20-нән артыҡ ауылдан балаларҙың килеп уҡыуы һәм, әлбиттә, педагогик коллективтың һөҙөмтәле эшләүе торған.
1950 йылда урта мәктәптең тәүге сығарылышы була. Юғары белемле уҡытыусылар булмау сәбәпле, уҡыусылар имтихандарҙы Иҫәнғол мәктәбендә тапшырырға мәжбүр булалар. Башҡортса уҡыған балаларҙа рус телендә, сит мөхиттә, таныш булмаған комиссия ағзалары алдында һынау тотоу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Һөҙөмтәлә 8 егеттең өсәүһе генә аттестатты июндә, тағы берәүһе көҙгө һынауҙарҙан һуң алалар. Ике егет 10-сы синыфта ирекле тыңлаусы булып, бер йыл ҡабат уҡып, мәктәпте киләһе йылда тамамлайҙар. Беренсе сығарылыусылар тормошта ла һынатмай. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марс Абдуллин 20 йыл Күгәрсен мәктәбенең директоры булып уңышлы эшләне, артабан ауыл советы рәйесе һәм «Урал» колхозының партком секретары булды. Күгәрсен ауылынан физика-математика фәндәре кандидаты Фәрит Байғужин күп йылдар Калинин ҡалаһындағы педагогия институтында доцент вазифаһында эшләне. Хөрмәт Фәхретдинов Байыш, Үрген һәм Иҫәнғол урта мәктәптәре директоры, колхоздың партком секретары, район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаларын башҡарҙы. Маркс Мырҙаҡаев физика уҡытыусыһы һәм мәктәп директоры булды. Иншар Солтанбаев халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарыусы булып танылды. Бөтә Рәсәй үҙешмәкәрҙәр смотрҙарының финал турында Мәскәү сәхнәләрендә йырлап, лауреат булды. 1957 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә лә лауреат исемен яуланы ул. Иҫәнғол һәм Асҡар балалар музыка мәктәптәренең директоры булып эшләне.

Мәктәп коллективы. 1950 йыл.

Киләһе уҡыу йылында Үрген мәктәбенә бер нисә юғары белемле йәш уҡытыусы эшкә килә һәм бөтә балалар ҙа имтихандарҙы үҙҙәрендә уңышлы тапшыра. Шул уҡ 1951 йылда Марс һәм Айһылыу Абдуллиндар, Ләлә Ғәзизова, Хөрмәт Фәхретдинов, Байдәүләт ауылынан Ғилмикамал Тусалина-Ҡунаҡбаева һәм Бикбауҙан Мәсрүрә Яйыҡбаева, ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, Башҡорт дәүләт педагогия институты студенттары булып китәләр. Ошонан башлана ла инде Үрген мәктәбен тамамлаусыларҙың юғары уҡыу йорттарына күпләп уҡырға инеүе. 1960 йылдар башына тиклем был уҡыу йортона Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарының 38 ауылынан балалар килеп уҡый. 1953 йылда дүрт 8-се класҡа 129 уҡыусы ҡабул ителә, хатта татар класы ла асыла. Дүртәр бер туған: Бикбирҙенән Ильясовтар, Ишбирҙиндар һәм Сәйфуллиндар, Таҙларҙан Сарбаевтар, Ерекленән өс Мөлөков ошонда белем алалар. Интернатта урындар бик аҙ булыу сәбәпле, күптәр үргендәрҙең бәләкәй генә өйҙәрендә фатирҙа тороп уҡынылар.
Районыбыҙҙың күренекле шәхесе Сәйфуллин Марат ағай хәтирәләре: «Мин фатирҙа туғандарым Сәйфетдин Зариповтарҙа торҙом. Уларҙың 10 балалары бар, һәм Сафия апай Герой-әсә ине. Мине үҙҙәренең балаһы кеүек күрҙеләр. Өй бәләкәй, урындар етмәй. Беҙ Ирек менән урындыҡ аҫтында йоҡлайбыҙ, был урын беҙгә ожмах кеүек күренә торғайны».
Тағы ла бер билдәле шәхес, оҙаҡ йылдар Сирғол урта мәктәбе директоры булып эшләгән Ишбулды Абыҙов иҫтәлектәре: «Һа-а-ай, ауыр ине беҙ уҡыған замандар. Күптәребеҙҙең атайҙары ҡәһәрле һуғыштан ҡайта алмаған. Ашайым тиһәң, ашы, кейәм тиһәң, кейеме юҡ. Ә белем алырға теләк шул тиклем көслө ине. Мин Үрген урта мәктәбендә 1952-1955 йылдарҙа уҡып, өлгөргәнлек аттестаты алдым. Бәләкәй генә ағас мәктәп иртәнән ҡара кискә тиклем, умарта кеүек гөжләп, ҡайнап торор ине. Ошо тирә-яҡтан йыйылған балаларға, үҙҙәренә ауыр булыуға ҡарамаҫтан, Үрген ауылы кешеләре өйҙәренән урын бүлеп, күңел йылыһын биреп, белем алһындар өсөн барыһын да эшләне. Үргендәр элек-электән киң күңелле кешеләр. Беҙҙең кеүек заман тарафынан ҡыйырһытылған балаларға белем биреүе еңелдән булмағандыр. Ләкин беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ ғәжәп кешеләр, һоҡланғыс педагогтар ине. Улар өсөн уртаҡ һыҙат – балаларҙы яратыу, ихтирам итеү, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу, юғары әхлаҡлылыҡ хас ине».
Мәктәптәге ошондай белемгә табыныу рухы үргендәрҙең үҙҙәренә лә ифрат ҙур йоғонто яһаны. Байтаҡ ғаиләләрҙең 3-6-шар балаһы юғары белемгә эйә булды. Улар араһында Фәтих Абдуллин, Фуат Абдуллин, Әхмәт Аҡъюлов, Рафиҡ Аҡъюлов, Хөснолхаҡ Әхтәмов, Шаһишәриф Тазетдинов, Әнүәр Йомағужин, Хәкимйән Зарипов, Лотфулла Аҡсурин, Мөхәммәт Аҡъюлов, Хәйрулла Юлдашбаев һәм башҡаларҙың балалары бар.
Ҡәһәрле һуғыш, михнәтле тормош сәбәпле ваҡытында урта белем алыуҙан мәхрүм ҡалған, инде ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтергән 30 йәште ҡыуған һуғыш ветерандары Фәтих Зарипов, Бикбауҙан Ҡәйүм Итбаев, Күгәрсендән Сулпан Кәримов менән Миңнәхмәт Садиҡовтар ҙа өс йыл буйы 8-10 кластарҙа Үргендә уҡыйҙар. Шулай уҡ Күгәрсен ауылынан дүрт бала атаһы Нәҡип Байғужин 1954 йылда, 33 йәшендә Үрген урта мәктәбен тамамлай. Артабан улар бөтәһе лә юғары белем алып, һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләнеләр. Байтаҡ йылдар киске мәктәптең эшләүе лә ауылдаштарыбыҙҙың белемгә булған ынтылышын ҡәнәғәтләндереүҙең һәйбәт юлы булды.

Өлкән кластар уҡыусылары. 1950 йыл.

1950-1970 йылдарҙа урта мәктәп директорҙары Камил Вәхитов (1953-1959 йылдар) һәм Фәтих Зарипов (1964-1973 йылдар), уҡытыусылар Рәйхана Лотфуллина, Биби Хәбирова, Мәжит Абдуллин, Кәшифә һәм Фазулла Насыровтар, Ғәйшә һәм Вәли Хәмитовтар, Әхмәт Иҫәнғолов, Мырҙағол Хажин, Сажидә Ильясова һәм башҡалар уңышлы эшләнеләр.

Уҡытыусылар коллективы. 1954 йыл.

Үткән быуаттың 70-се йылдар башында мәктәптәрҙә йәш быуынға дөйөм урта белем биреү менән бергә хеҙмәткә өйрәтеү мәсьәләләре лә хәл ителә башланы. Үрген урта мәктәбенә колхозда баш инженер булып эшләгән Зарипов Хәкимйән Латиф улының хеҙмәт уҡытыусыһы булып күсеүе был эште ыңғай яҡҡа йүнәлтте. Мәктәпкә колхоздан гусеницалы трактор бирелгәс, трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын өйрәтеү буйынса эш көсәйҙе. Егеттәр аттестат менән бергә тракторсы танытмаһын алып, мәктәп эскәмйәһенән һуң колхозда үҙаллы хеҙмәт юлын башланылар. Хәкимйән Латиф улы, эш хаҡы алмайынса, бер юлы инструктор вазифаһын да башҡарҙы. 1981 йылда аттестацияны уңышлы үткәндән һуң уға «Өлкән уҡытыусы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Техниканы тәрәнерәк өйрәнеү һәм практиканы көсәйтеү маҡсатында мәктәп директоры Мәғариф министрлығына тәгәрмәсле трактор алыу һәм штатҡа инструктор берәмеге индереү тураһында мөрәжәғәт итте. 1982 йылда ике мәсьәлә лә ыңғай хәл ителде. Заманса ҡарашлы колхоз рәйесе Б. Йомалин инструктор итеп алдынғы механизатор, «Хеҙмәт Даны» ордены кавалеры Әкрәм Солтанбаевты йүнәлтте. Шулай уҡ колхоз мәктәпкә өр-яңы СКД-6 комбайны, ауыл хужалығы машиналары, 30 гектар ер бүлеп бирҙе. Һөҙөмтәлә 1983 йылдың яҙында мәктәп бригадаһы үҙ аллы яҙғы сәсеүгә төшә, бөтә агротехник циклды башҡарып, һәйбәт уңыш йыйып алды. Артабан инструктор булып шулай уҡ мәктәптең элекке уҡыусылары Фәнзи Түләбаев һәм Хисмәт Аҙнабаев уңышлы эшләнеләр. Мәктәптә эшләү уларҙың үҙҙәренең яҙмышында ла ҙур роль уйнаны, өсөһө лә юғары уҡыу йорттарын тамамланылар һәм артабан төрлө яуаплы вазифалар башҡарҙылар.
80-се йылдар башынан ҡыҙҙар «Машина менән һыйыр һауыу операторы» һөнәрен уңышлы үҙләштерҙеләр. Йәйге каникулда улар, ялға сыҡҡан һауынсыларҙы алмаштырып, практика үттеләр. Мәктәпте тамамлағас, байтаҡ ҡыҙҙар бөтә республикаға даны таралған Үрген фермаһында эшләй башланылар. Уҡыусылар менән дәрестәрҙе һәм практиканы бер тин түләүһеҙ колхоздың баш зоотехниктары Йәмил Янбаев һәм Азамат Исмәғилев алып барҙы.
Балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә «Осҡон» хеҙмәт һәм ял лагерының роле баһалап бөткөһөҙ булды. Уға колхоз культстан төҙөп бирҙе, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итте. Уҡыусылар 7 гектар майҙанда мал сөгөлдөрө, картуф үҫтереп хужалыҡҡа тапшырҙылар, сөгөлдөрҙөң уңышы гектарынан 480 центнерға барып етте. Эшләп алынған аҡса СССР-ҙың төрлө ҡалаларына сәйәхәт ойоштороуға, кластан тыш саралар үткәреүгә, мәктәптең матди базаһын нығытыуға тотонолдо, бер өлөшө уҡыусыларға эш хаҡы итеп түләнде.
70-се йылдар аҙағында педагогик коллектив уҡытыуҙың кабинет системаһына күсеү, физкультура һәм спорттың матди базаһын яҡшыртыу буйынса маҡсатҡа ярашлы эш башланы. Кластан тыш эштәр йәнләнде, балаларҙың тәбиғи һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлеш алынды. 1980 йылда уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы мәктәптәрҙең спорт базаһын нығытыу буйынса Бөтә Союз Смотр-конкурсында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн СССР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Тыуған яҡты, ауыл тарихын өйрәнеп, күп экспонаттар тупланды, төрлө альбомдар эшләнде. Һөҙөмтәлә бай йөкмәткеле мәктәп музейы асылды.
Тик 1929 йылда башланғыс мәктәп итеп һалынып, төкәтмәләр менән ҙурайтылған, ләкин спорт залы, ашханаһы, оҫтаханалары булмаған ағас бина көн талаптарына яуап бирмәй ине. 1970 йылдар аҙағында бындай хәл тотош районға тиерлек хас булды, тик 1-се һәм 2-се Иҫәнғол, Байыш, Һаҡмар мәктәптәре генә заманса биналарҙа эшләне. Республикала дөйөм хәл-торош байтаҡҡа яҡшы ине. Мәҫәлән, күрше Күгәрсен районында типовой мәктәптәр күпселекте тәшкил итте.
1980 йылдың ғинуарында район етәксеһе вазифаһына Ирек Хәким улы Шаһиев һайланды. Хужалыҡтар менән танышҡанда ул мәктәптәрҙе лә ситтә ҡалдырманы. Ошо йылдың март айында үтәсәк БАССР Юғары Советына һайлауҙарҙа «Заветы Ильича» колхозы рәйесе Бәҙретдин Әбделғәзе улы Йомалин депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелде. Беҙҙең мәктәпте ҡарап сыҡҡас, Ирек Хәким улы миңә һайлау алды йыйылышында ауыл халҡы исеменән буласаҡ депутатҡа мәктәп төҙөү тураһында наказ еткерергә тәҡдим итте. Һайлауҙар үткәс, депутатыбыҙ ошо һорау менән ярты йыл буйына күп республика етәкселәренең кабинеттарын тапаны, ләкин мәсьәлә хәл ителмәне. И. Шаһиев менән Б. Йомалиндың республика етәксеһе Миҙхәт Закир улы Шакиров менән осрашыуы ғына боҙҙо урынынан ҡуҙғатты. Мәктәпкә Мәғариф министры Сабир Йыһаншин килеп, мәсьәлә урында хәл ителде. Тик планлы рәүештә, көслө төҙөлөш ойошмалары башҡарыуында түгел, ә хужалыҡ ысулы менән колхоз аҡсаһына. Ғәжәп ҡатмарлы һәм көсөргәнешле эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә 1984 йылдың 1 сентябрен уҡыусылар һәм уҡытыусылар өс ҡатлы яңы мәктәптә ҡаршыланы.

Яңы мәктәпте асыу тантанаһы.

1970 йылдар аҙағы – 1980 йылдар башында Үрген мәктәбендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән уҡытыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Әхмәтбай Абдуллин, Әйүп Ейәнбирҙин һәм Вәли Солтанбаев, Зәйтүнә Абдуллина, Әминә Зарипова, Ләлә Биҡҡолова, Миңзиә Мырҙаҡаева, Бағбостан Ғиззәтуллина, Нәсимә Мөлөкова, Ильяс Ҡолтаев пенсия йәшенә еттеләр. Мәктәп етәкселеге уларҙы мөмкин тиклем оҙағыраҡ эшләтергә тырышһа ла, быуындар алмашыныуы ҡотолғоһоҙ ине. Шуның өсөн урындағы кадрҙарҙы туплау маҡсатында уҡыған саҡта пионер һәм комсомол ойошмаларында балаларҙы әүҙем ойоштороусыларҙы, мәктәпте тамамлағас, лаборант, өлкән пионервожатый һәм башҡа вазифаларға эшкә алып, артабан педагогик уҡыу йорттарына ситтән тороп уҡырға йүнәлтеү башҡарылды. Ошо осорҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр ҙә коллективты тулыландырҙы. Уларҙан РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары Лилия Аҡсурина, Миңнур Солтанбаева, БР мәғарифы отличниктары Хәлиҙә Аҡсурина, Бакир Аҡсурин һәм Марат Хәлитов, Флүрә Батталова, Зәлифә Имелбаева, Рәсимә Аҙнабаева, Рәсилә Солтанбаева, Илһөйәр Фәхретдинова, Нәзирә Йәйләүева һәм башҡалар хаҡлы ялға сыҡҡансы Үрген мәктәбендә эшләнеләр.

Уҡытыусылар коллективы. 1983 йыл.

Үрген урта мәктәбендә, унан һуң башҡа коллективтарҙа уңышлы эшләп, артабан да уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалған коллегаларыбыҙ араһында Зиннәт Хәлитов, Асия Аҡъюлова (Шафиҡова), Маһинур Мозафарова, Әнисә Фәхретдинова (Жигулина), Нурия Ильясова, Гөлнара Аҡсурина, Роза һәм Руслан Абдуллиндар, Гөлкәй Абдуллина (Хоҙабәндина), Фируза Янбаева, Фируза Юлдашбаева, Рәмилә Түләбаева, Зилә Мөҡсинова (Сәйфуллина), Хәлиҙә Илембәтова, Әсмә Бикбулатова, Венер Хәсәнов, Фәнил Юлдашбаев, Зөфәр Аллабирҙин, Луиза Тоҡомбәтова, Рәсилә Хәлитова һәм башҡа бик күптәр бар.
Һуңғараҡ мәктәптә юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәр Фәрзәнә Аҡсурина, Гөлшат Имелбаева, Гөлсөм Сәфәрғәлина һәм Зәлифә Аҡсурина эш башланылар. Ләкин ХХ быуат башында коллективта урта педагогик белемле уҡытыусылар байтаҡ ине әле. Мәктәп етәкселеге улар алдында заман талабын – юғары белем алыу бурысын ҡуйҙы. Ғаиләләрендә бер нисә бала үҫтергән Гөлгөнә Тусалина, Ғәфүрә Зарипова, Ғәзимә Исламғолова, Зөлфиә Ноғоманова, Лилиә Ҡолтаева һәм Салауат Ейәнбирҙин был мәсьәләгә бик етди ҡаранылар. Һөҙөмтәлә педагогик коллектив тулыһынса юғары белемле кадрҙар менән тәьмин ителде, юғары һәм беренсе категориялы уҡытыусылар һаны артты. Миңнур Солтанбаева, Резеда Йәмилева, Марат Хәлитов һәм Әлфиә Янбаеваларҙың уңышлы эшләүҙәре 2010-2011 уҡыу йылында өлкән синыфтарҙа математика һәм тәбиғәт фәндәре буйынса профилле уҡытыуға күсеүгә юл асты. Ошо саралар һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың да белем кимәле күтәрелде, миҙалдар менән бүләкләнеүселәр, юғары уҡыу йорттарына инеүселәр һаны артты. Республика күләмендә лә еңеүҙәр килде. 2011 йылда Солтанбаева Филүзә – география, 2012 йылда Исламғолова Әлфиә – башҡорт теле, Фәхретдинов Таһир 2013 йылда – геология, 2014 йылда физика буйынса республика фәнни-ғәмәли конференциялары, предмет олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары булдылар. Уларҙы уҡытыусылар Бакир Аҡсурин, Рәсилә Солтанбаева һәм Марат Хәлитов әҙерләне.

2010 йылда мәктәптә белем биргән уҡытыусылар.

Быға тиклем эшләп килгән түңәрәктәргә өҫтәп, 2012-2014 йылдарҙа «Милли көрәш», «Умартасылыҡ», «Ҡурай», «Ҡумыҙ», «Шашка» секциялары һәм түңәрәктәре асылды. Урал аръяғында умартасылыҡты үҫтереү программаһы нигеҙендә райондың дүрт мәктәбендә, шул иҫәптән Үргендә, 9-сы класта – дәрес, ә 5-8-се һәм 10-сы кластарҙа түңәрәк булараҡ умартасылыҡ дәрестәре индерелде. Был йәһәттән матди база ла нығытылды – ҡортсоның махсус кейеменән алып кәрәк булған йыһаздарҙың барыһы ла теүәлләнде, умарталар алынып күстәр ябылды. Халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө буйынса дәрестәрҙе Айҙар Янбаев алып барҙы.
Шашка спортын популярлаштырыу һәм балалар араһында үҫтереү маҡсатында республикала ҙур проект эш башланы. Уға ҡушылған мәктәптәр араһында беҙҙеке лә булды. Үрген мәктәбе шашкасылары район ярыштарында командала һәм шәхси иҫәптә һәр ваҡыт еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбенә инде. Райондың йыйылма командаһы Абзан, Үрген һәм башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларынан төҙөлдө. Команда Башҡортостан мәғариф министрлығы беренселектәрендә бер нисә тапҡыр сығыш яһаны.
Милли көрәш секцияһы асылып, мәктәп махсус келәмдәр менән тәьмин ителде. Гәрәй Ейәнбирҙиндың тәрбиәләнеүселәре лә төрлө ярыштарҙа һынатманы.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың хәстәрлеге менән мәктәп 15 ҡурай һәм 15 ҡумыҙ алды. Уҡыусылар менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров шөғөлләнде.
Ошондай мөхиттә эшләгән коллективта йәш педагогтар Ғәзиз Хәлилов, Нурзилә Ноғоманова, Таңһылыу Янбаева, Нур Хәлитов, Гөлнур һәм Илдар Йәркәевтар, Динә Янбаева һәм башҡалар уңышлы эш башланылар.
Мәктәп уҡытыусылары һәр ваҡыт әүҙем йәмәғәтселәр булдылар. Бөгөн Марат Хәлитов ир-егеттәр ҡорон уңышлы етәкләй, Салауат Ейәнбирҙин ауылдаштарын спортҡа йәлеп итә, Гөлшат Сәйфуллина менән Зәлифә Аҡсурина ауыл советы депутаттары. Халыҡ менән эшләүҙән башҡалар ҙа ситтә ҡалмай.
2012 йылда 30 йыл эсендә ныҡ ҡына иҫкергән мәктәптә мәғариф биналарын яңыртыу проекты буйынса федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға капиталь ремонт үткәрелде. Мәктәптең ҡыйығы профнастил менән ябылды, электр менән тәьмин итеү системаһы һәм 105 тәҙрә блоктары тулыһынса алмаштырылды. Кабинеттарҙың, өс ҡаттың да коридор стеналары, түшәмдәре яңынан штукатурланып буялды. Беренсе ҡатта иҙәнгә плиткалар түшәлде. Уҡыу бүлмәләрендә класс таҡталары яңыртылды, 10 компьютер менән компьютер класы алынды. Ашхана иһә тулыһынса ремонтланды: йылы һыу, канализация кеүек уңайлыҡтарға өҫтәп, өр-яңы технологик ҡорамалдар, йыһаздар урынлаштырылды. Бөгөн мәктәп ауылға нур сәсеп, балҡып тора.
Ошо уҡ йылда «Йыл мәктәбе» республика смотр-конкурсында ҡатнашып, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн мәктәп Башҡортостан Мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнде. Был педагогик коллективтың һуңғы йылдарҙағы уңышлы эшмәкәрлегенә ҙур баһа булды.
Мәктәпте тамамлаусылар араһында Социалистик Хеҙмәт Геройы Әмир Мусин, Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин, фән докторҙары, профессорҙар Мөхтәр Әхтәмов, Ибраһим Рәхмәтуллин, Марат Ҡолшәрипов, Хәҙисә Солтанбаева һәм 20-нән ашыу фән кандидаты бар. Элекке уҡыусыларҙың 200-ҙән ашыуы уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улар араһында атҡаҙанған уҡытыусылар һәм мәғариф алдынғылары күп, байтаҡ мәктәптәр директорҙары бар. Ауыл хужалығы белгестәре һәм медицина хеҙмәткәрҙәре лә бихисап.
Дәүләт хеҙмәтендә Башҡортостан хөкүмәтенең вице-премьеры Ирек Аблаев, Күмертау ҡала советы рәйесе Шәкир Ишбирҙин, Күгәрсен район советы рәйесе Мөхтәр Шәрипов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Марат Түләбаев, мәғариф бүлеге мөдире, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәшит Ильясов уңышлы эшләнеләр. Марат Сәйфуллин, Марат Түләбаев, Йәмил Янбаев, Хәкимйән Янбаев, Әкрәм Солтанбаев, Әхмәҙулла Аҡсурин, Рифҡәт Аҡсурин һәм Салауат Сәлимйәнов колхоз, совхоздар етәкселәре булдылар. Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы Камил Теләүбирҙин оҙаҡ йылдар Маяҡ СПТУ-һы директоры вазифаһында эшләне, яҡташтарына һөнәр алыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Журналист Фәрит Байгилдин күп йылдар дауамында «Ейәнсура таңдары» гәзитенең бүлек мөдире булды. Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Илдар Аҡъюлов республиканың төп баҫмаһы «Башҡортостан» гәзитенең мәғариф һәм тәрбиә бүлеген уңышлы етәкләй.
Мәктәптең 75 йыллыҡ юбилейын үткәреү уның тарихындағы иң сағыу сараларҙың береһе булды. Уға әҙерлек СССР тарҡалғандан һуң илдә барған тәрән иҡтисади көрсөк шарттарында барҙы. Финанс ауырлыҡтары сәбәпле ҙур эштәр башҡарыу мөмкинлеге юҡ кимәлендә ине. Әммә ярҙам көтөлмәгән яҡтан килде. Колхоз идараһы мәктәпкә ингән ҙур коридорҙың башын ҡыйыҡлап тимер менән ябып бирҙе. Бикбирҙе ауылынан мәктәптең элекке уҡыусыһы, район «Агрохимия» берекмәһе рәйесе Марат Сәйфуллин юбилей тураһында ишетеү менән килеп етте һәм территорияға асфальт түшәүҙе үҙ өҫтөнә алыуын белдерҙе. Марат Әбйәлил улы һүҙендә торҙо. Был япма мәктәпкә сирек быуатҡа яҡын хеҙмәт итә инде һәм бөгөн ул яңыртыуға мохтаж. Уның ауылдашы, мәктәптең 1956 йылғы сығарылыусыһы, Күмертау электр селтәрҙәре директоры Шәкир Шаһивәли улы Ишбирҙиндың ярҙамы ла ҙур булды. Район хакимиәте бүлгән аҡсаға уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр һәм уҡыусылар көсө менән мәктәпкә тулыһынса ағымдағы ремонт үткәрелде һәм биҙәү эштәре башҡарылды.

Мәктәптең 75 йыллыҡ юбилейы.

Юбилей 4 октябрҙә үтте, көҙ уртаһы етеп килеүгә ҡарамаҫтан, салт аяҙ йылы көн булды ул. Бик күп йыйылған халыҡ араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар һәм мәктәп директорҙарының булыуы юбилейға ҙур мәртәбә өҫтәне. Ҡунаҡтар араһында мәктәпте тамамлағандан һуң тәүгә осрашыусылар ҙа байтаҡ ине. Сара мәктәп баҡсаһында ҡайын үҫентеләре ултыртыуҙан башланды. Һуңынан улар бик матур булып үҫеп киттеләр. Тантананың рәсми өлөшөндә сығыштар концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Байрамда ҡатнашыусыларҙың бөтәһе өсөн дә был бик шатлыҡлы ваҡиға булды һәм уның матур иҫтәлектәре күңелдәрҙә һаман һаҡлана.
Тәбиғи, мәктәп тормошонда ауырлыҡтар ҙа, кире күренештәр ҙә булды. Уларҙы ваҡытында төҙәтеү һәм еңеп сығыу бөгөнгө урта мәктәпте һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итте. 2021 йылда Үргендә тәүге мәктәп асылыуға 100 йыл тула. Билдәле уҡыу йортоноң данлы традицияларын тергеҙеп, юбилейҙы лайыҡлы ҡаршылау – йәш директор Илдар Йәркәев етәкселегендәге педагогик коллективтың, ауыл йәмәғәтселегенең һәм мәктәптең элекке сығарылыусыларының да намыҫ эше.
Юлай Солтанбаев,
1977-2014 йылдарҙа Үрген урта мәктәбе директоры.
Читайте нас: