Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2020, 13:00

«Vibeргә» интернет-конкурсы Башҡорт теле көнөнә арнала

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә уңайынан «Vibeргә» интернет-конкурсы старт алды.

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә уңайынан «Vibeргә» интернет-конкурсы старт алды, тип хәбәр итте “Башинформ”.
Уның маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендәге контентты, башҡорт теленә, башҡорттарҙың тарихына, шәжәрәһенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.
Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Улар 2020 йылдың 7 декабренә тиклем Бәйләнештә һәм Instagram селтәрҙәренә үҙҙәренең ижади эштәрен һалырға тейеш. Ике номинация тәҡдим ителә – «Башҡорт телендә иң яҡшы открытка» һәм «Башҡорт телендә иң яҡшы вайн». Шарттар менән @bashkort_postcards һәм @bashkort_vine аккаунттарында танышырға мөмкин.
Популяр башҡорт вайнерҙары, блогерҙары һәм башҡаларҙан торған жюри баһалары буйынса номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнә. Аҡсалата бүләк — 3 меңдән 50 мең һумға тиклем.
Читайте нас: