Бөгөн БР Башлығы Радий Хəбиров 2020 йылда Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп 14 декабрҙə
ижтимағи, мəҙəни һəм белем биреү саралары уҙасаҡ.
Сараны уҙғарыу өсөн ойоштороу комитеты составы раҫланған. Уға БР Башлығы хакимиəте етəксеһе РБ Александр Сидякин идара
итəсəк.
Иҫегеҙгə төшөрəбеҙ, Башҡортостанда Башҡорт теле көнө 14 декабрҙə үтə. Был дата башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һəм үҫтереү маҡсатында төбəк етəксеһе Радий Хəбировтың указы менəн 2019 йылда ҡабул ителде.