Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 13:00

#Путин Молдованың яңы Президентына ҡотлау юлланы

Рəсəй Президенты Молдова Республикаһының яңы һайланған Президентына ҡотлау телеграммаһы ебəрҙе.Майе Санду быға тиклем дəүлəт Хөкүмəтенең премьер-министры ине. Һайлауҙа ҡатнашырға булған да, бына хəҙеруңыш ҡаҙанды.


Рəсəй Президенты Молдова Республикаһының яңы һайланған Президентына ҡотлау телеграммаһы ебəрҙе.
Майе Санду быға тиклем дəүлəт Хөкүмəтенең премьер-министры ине. Һайлауҙа ҡатнашырға булған да, бына хəҙер
уңыш ҡаҙанды.
“Һеҙҙең эшмəкəрлегегеҙ беҙҙең илдəр араһындағы конструктив мөнəсəбəттəрҙең үҫешенə булышлыҡ итер, тип
ышанам. Был, һис шикһеҙ, Рəсəй һəм Молдованың аҫаба халыҡтары мəнфəғəтенə яуап бирəсəк. Һеҙгə уңыштар,
һаулыҡ, именлек телəйем”, - тиелə Путиндың ҡотлауында.
Молдовала Президент һайлау ике турҙа үтте. Тəүгеһендə һигеҙ кандидат ҡатнашып, тейешле һандарҙы йыя алмағас,
икенсе турға элекке Президент Додон менəн Санду ҡалғайны. Майе Санду ханым оппонентынан 14 процентҡа күберəк
тауыш йыйыуға өлгəште.
Ул хəҙер – Молдованың иң тəүге ҡатын-ҡыҙ Президенты.
Фото: Кремлин.ру.
Читайте нас: