Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡынлашып килгән һалҡындар тураһында иҫкәртте. Бөгөн, 18 ноябрҙә, республикала һауа температураһының минус 19 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Төньяҡ-көнсығышта боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ.
Ҡотҡарыусылар халыҡтан ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүҙәрен һорай: автомобиль йөрөтөүселәргә дистанцияны һаҡларға, хәүефле урында уҙмаҫҡа һәм тиҙлекте арттырмаҫҡа кәрәк. Йәйәүлеләргә ныҡ таймаған аяҡ кейеме һайларға, йылыраҡ кейенергә һәм башлыҡ, бейәләй тураһында онотмаҫҡа кәңәш бирәләр.