Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 13:00

Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтарының урман участкалары аукционға ҡуйыла

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы йыл һайын 15 мең кубометр ағас әҙерләү күләме менән Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтарының урман участкаларын аукционға ҡуйырға ниәтләй. Ҡуртымсыларға тәҡдим ителгән урман фондын киңәйтеү өсөн республикала кадастр эштәрен үткәреүгә 10 миллион һум йүнәлтелә.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы йыл һайын 15 мең кубометр ағас әҙерләү күләме менән Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтарының урман участкаларын аукционға ҡуйырға ниәтләй. Ҡуртымсыларға тәҡдим ителгән урман фондын киңәйтеү өсөн республикала кадастр эштәрен үткәреүгә 10 миллион һум йүнәлтелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 ноябрҙә Урал аръяғы эшҡыуарҙары менән осрашыуҙа республика Башлығы Радий Хәбиров урындағы эшҡыуарҙарға эшләү өсөн урман участкаларын бүлеү механизмын әҙерләргә ҡушҡайны.
«Баймаҡ, Урал аръяғындағы башҡа тораҡ пункттар өсөн ҙур булмаған ағас эшкәртеү предприятиелары бик мөһим. Бындай эшҡыуарҙарға етди иғтибар йүнәлтергә һәм уларға тейешле ярҙам күрһәтергә кәрәк», – тине Радий Хәбиров «Ауыл сәғәте»ндә.
Читайте нас: