Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 16:00

Спецназ реабилитация үҙәге пациенттарын азат иткән

Ҡырмыҫҡалыла урынлашҡан алкоголгә һәм наркотиктарға бәйлелектән дауаланғандар өсөн «Реабилитация үҙәге»ндә 10-дан ашыу кешене урлағандар һәм көсләп тотҡандар.

10-дан ашыу кешене урлағандар һәм көсләп тотҡандар. Алкоголгә һәм наркотиктарға бәйлелектән дауаланғандар өсөн «Реабилитация үҙәге» Ҡырмыҫҡалыла урынлашҡан.

Билдәле булыуынса, изоляция өсөн хеҙмәткәрҙәр йоҙаҡтар, тәҙрәләрҙә металл рәшәткәләр, шулай уҡ ҡул бығауҙарын файҙаланған. Пациенттарҙы туҡмағандар, уларға туғандарына һәм яҡындарына шылтыратырға ҡушмағандар. Клиенттарҙың туғандары бер нәмә лә белмәгән. Күрешеү ҙә тыйылған. «Дауаланыу»ҙың хаҡы – айына 25-35 мең.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүселәр араһында республикабыҙҙан 31 йәштән 48 йәшкә тиклемге алты ир-егет бар. Уларҙың фатирҙарында һәм өйҙәрендә тентеү үткәрелгән.
Читайте нас: