Төбәк брендтарының «Рәсәй тәмдәре» беренсе милли конкурсына Башҡортостандан 26 ғариза ебәрелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан,
тип яҙа “Башинформ”. Волга буйы федераль округынан бөтәһе 100 ҡатнашыусы, уларҙың күпселеге – «Тәм-том», «Ит», «Һөт ризыҡтары» категорияларында. Конкурста үҙенең бауырһағы менән Федоровка районы «Бүләк» ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҡатнаша. Бауырһаҡ – татлы милли ризыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: уны ҡыҙҙырыу өсөн малдың эс майы һәм иретелгән май файҙаланылған.