Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 17:05

Хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә робот шылтырата

Башҡортостанда COVID-19 буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә робот шылтыратып, ярҙамға мохтажмы-юҡмы икәндәрен һорай.

Башҡортостанда COVID-19 буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә робот шылтыратып, ярҙамға мохтажмы-юҡмы икәндәрен һорай. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, тәү сиратта был шәкәр диабеты менән ауырығандарға ҡағыла.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бөтәһе 146 меңдән ашыу кешегә шылтыратып сығыу бурысы тора.
Робот кешенең хәле һәм уның ярҙамға (табиптарҙың һәм ирекмәндәрҙең) мохтажлығы тураһында бөтәһе дүрт һорау бирә. Һуңынан мәғлүмәткә анализ яһала һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, йәшәгән урын буйынса поликлиникаға йәки ирекмәндәргә тапшырыла.
Табиптарҙың һығымтаһы буйынса, Рәсәйҙә коронавирус буйынса ике төп хәүеф төркөмө – 60 йәштән өлкәндәр һәм шәкәр диабеты булғандар.
Читайте нас: