Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 18:05

Салауат Юлаев һәйкәлен ябырға йыйыналар

Башҡортостан символы – Салауат Юлаевтың Өфөләге һәйкәлен капиталь реконструкциялау өсөн ябалар.

Башҡортостан символы – Салауат Юлаевтың Өфөләге һәйкәлен капиталь реконструкциялау өсөн ябалар. Һәйкәлде реконструкциялау һәм капиталь ремонтлау проекты 2020 йыл аҙағына әҙер буласаҡ. Был хаҡта Өфө мэрияһына һылтанма менән “Башинформ” агентлығы хәбәр итте.
Быйыл яҙ мэрияға һайкәлде тейешле хәлдә тотмаған өсөн 200 мең һум штраф һалынған. Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау буйынса эштәр үткәререгә рөхсәт биргән.
Читайте нас: