Рəсəй Президенты Владимир Путин белдереүенсə, илдə коронавирусҡа бәйле хəл-торош ябай түгел, əммə контролдә тотола. Кисə РФ Хөкүмəте ағзалары менəн үткәрелгән ултырышта һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Əйтеүҙəренсə, медицина хеҙмəткəрҙəренə эш арта... Президент белдереүенсә, ноябрь айынан табиптарға һəм медицина хеҙмәткәрҙәренә түлəү форматы үҙгəрəсəк. Аҡса сменаға ҡарап түлəнə, медиктың коронавирус сирлелəр менəн эшлəүенəн сығып иҫəплəнəсəк.
Төбəктəргə лə өҫтəмə аҡса йүнəлтеү мөмкинлеге ҡарала. Əле дауаханаларҙа студенттар ҙа эшлəй. Ауыр сирлелəргə ярҙам итеүселəргə лə түлəү буласаҡ. Вуздар студенттарына, аспиранттарына – 10 мең, колледж уҡыусыларына ете мең һум аҡса түлəнəсəк.
– Бөгөн граждандар менəн асыҡ һəм дөрөҫ һөйлəшеү мөһим. Ҡабул ителгəн ҡарарҙарҙы уларға профессиональ, грамоталы, ентекле һəм аңлайышлы итеп еткерегеҙ, – тине Владимир Путин.