Асыҡ һауалағы байрам йәки халыҡтың күпләп йыйылыуына нисек юл ҡуймаҫҡа. “Башинформ”
хәбәр итеүенсә, 18 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципаль берәмек хакимиәттәре башлыҡтары менән видеоконференцбәйләнеш режимында яңы йыл саралары темаһын тикшергән. Ҡала һәм район етәкселәренә әле үк яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөй башларға һәм был эште 10 декабргә тамамларға тәҡдим ителде. Барлыҡ байрам сараларын асыҡ һауала ойошторорға кәрәк. Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу һәм дистанцияны һаҡлау мотлаҡ.