Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 16:00

Бөтәһе 205 проект дәғүә итә!

18 ноябрҙә республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсына ғаризалар алыуҙы тамамланы. Быйыл әлеге маҡсатта 205 заявка ҡабул ителгән.

18 ноябрҙә республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсына ғаризалар алыуҙы тамамланы. Быйыл әлеге маҡсатта 205 заявка ҡабул ителгән.
Конкурс талаптарына ярашлы, ғариза биреүселәр мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары һәм йәштәр сәйәсәте өлкәләрендә республиканың дәүләт телдәрен һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен киңерәк таратыуға йүнәлтелгән проекттар тәҡдим итергә тейеш ине.
Үрҙә билдәләүебеҙсә, быйылғы конкурсҡа 205 проект ҡабул ителгән. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 41 проценҡа күберәк һәм, Фонд тарафынан ойошторолған барлыҡ конкурстар буйынса алып ҡарағанда, иң юғары һөҙөмтә.
Быйыл республикала йәшәгән 13 төрлө милләттең – башҡорт, рус, татар, мари, удмурт, украин, белорус, иврит, сыуаш, мордва, ҡаҙаҡ, немец һәм латыш – теленә ҡағылышлы проекттар тәҡдим ителгән.
Муниципаль бюджет учреждениеларынан – 102, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан – 76 һәм дәүләт бюджет учреждениеларынан 21 заявка килгән. Бынан тыш, автономиялы учреждениеларҙан алты проект алынған, әммә, конкурс талаптарына ярашлы, улар ҡатнашыусы була алмай.
Район һәм ҡалалар буйынса алып ҡарағанда, тәүге биш урын түбәндәгесә: Өфө – 88, Сибай – 26, Стәрлетамаҡ – туғыҙ, Ишембай районы – биш, Көйөргәҙе районы – дүрт һәм Краснокама районы – дүрт проект.
Башҡортостан ойошмаларынан тыш, был конкурста Рәсәй төбәктәрендә теркәлеп, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа ҡатнаша ала. Башҡа төбәктәрҙән ҡабул ителгән заявкалар буйынса һөҙөмтә түбәндәгесә: Пермь крайы – дүрт, Мәскәү ҡалаһы – өс, Силәбе өлкәһе – ике, Һамар – бер, Ҡазан ҡалаһы – бер һәм Ырымбур өлкәһе – бер проект.
“Әлеге мәлдә Фонд тарафынан документтарҙың теүәллеге, тейешле талаптарға яуап биреүе тикшерелә. Грант еңеүселәре 2021 йылдың ғинуарында билдәле буласаҡ”, - тине Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люция Юлыева.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото фондтың сайтынан.
Читайте нас: