Улар быйыл республика бюджеты аҡсаһына һатып алынды. Ошо маҡсатҡа 3,1 миллион һум йүнәлтелде. Автомобилдәр Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына һәм баш ҡаланың 2, 3, 4, 5, 6-сы поликлиникаларына бүленде. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин сәләмләү һүҙендә ашығыс ярҙам машиналарын 20 ноябрь - Педиатр көнөндә һәм Бөтә донъя бала көнөндә тапшырыуҙың символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне.