Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 12:00

Төҙөлөш аҙағына яҡынлаша

Кисә, 21 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты.

Кисә, 21 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты.
Дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метр булған объект тәүге пациенттарҙы декабрҙә үк ҡабул итәсәк. Бында 70 изоляцияланған бокс бар, ә пациенттар иң күп саҡта 300 кешене һыйҙыра аласаҡтар. Ябай бокстар һәм реанимация палаталарынан тыш, бында шулай уҡ бала табыу һәм балалар бүлексәһе, хирургия блогы, бак-лаборатория, томография бүлексәһе бар. Госпиталь биләмәһендә санавиация өсөн вертолет майҙансығы ла ҡаралған.
"Меңгә яҡын төҙөүсе һәм инженерҙар бында тәүлек әйләнәһенә эшләй, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – 1 декабргә тиклем төҙөлөш-монтажды тамамлау һәм шунда уҡ ҡушыу-көйләү эштәрен башлау бурысы ҡуябыҙ".
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, яңы үҙәк күп функциялы һәм, пандемия бөткәс, уның тәғәйенләнешен үҙгәртергә мөмкин буласаҡ.
"Медицина ҡорамалдарын килтереү шунда уҡ башланасаҡ. Ауыр ҡорамалдар – компьютер томографы, рентген кабинеты, ИВЛ аппараттары – Өфөгә килеп тә етте. Дүшәмбе көн уларҙы бында урынлаштыра башлаясаҡтар. Бер рәттән ҙур йыһаздарҙы йыйыу ҙа башлана, – тине Максим Забелин. - Штат расписаниеһы барлыҡҡа килде – пандемия ваҡытында бында 400 белгес эшләйәсәк. Баш табип медицина персоналын йыйыу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ “ҡыҙыл зона”ларҙа эшләү тәжрибәһе булған яҡын-тирәләге табиптарҙы вахта ысулы менән эшләтергә йыйынабыҙ. Белгестәр өсөн ятаҡта йәшәү ойошторабыҙ".
Стәрлетамаҡ мэры Владимир Куликов белдереүенсә, бында эшләргә теләгән кешеләр бар. Ҡала улар өсөн ун хеҙмәт фатиры бирәсәк.
– Хәл ҡатмарлы, шуға күрә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы госпиталь көньяҡ медицина округында коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе дауалау өсөн бик кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Уны асыу менән беҙ ҡалалағы башҡа дауаханаларҙы бушатабыҙ һәм ковидҡа ҡарамаған сирлеләрҙе унда дауалай башлайбыҙ. Стәрлетамаҡ дауаханаһын Өфөләге үҙәк тәжрибәһен файҙаланып төҙөйбөҙ. Мәҫәлән, хәҙер бәҙрәфтәр бокстарҙа ла, коридорҙа ла буласаҡ. Сөнки кешеләрҙең бик күп булған сағында коридорҙа ла ятыуҙары ихтималлығын аңлайбыҙ. Проблема барлығын күрәбеҙ икән, беҙ уны хәл итәбеҙ, ә көтөп ултырмайбыҙ. Яңыраҡ ҡына ковидҡа ҡаршы хәл-шарттар үҙәге астыҡ, ул дүрт көн эсендә биш мең мөрәжәғәт ҡабул итте. Һәр шылтыратҡан кеше кәрәкле ярҙам алды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: