Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 16:30

Йыл аҙағына әҙер буласаҡ

#Демография#миллиПроектЙыл аҙағында Стәрлетамаҡ уалаһында "Демография" милли проекты һəм РАИП - Республика адреслы инвестицияларпрограммаһы буйынса балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Декабрҙең һуңғы көндәрендә Стәрлетамаҡ уалаһында "Демография" милли проекты һəм РАИП - Республика адреслы инвестициялар
программаһы буйынса балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Дəүлəт заказсыһы итеп Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы рəүешендə «А-Строй» ЯСЙ-һы һайланған.
Төҙөлөш былтыр ноябрҙə башланған. Бинаның дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метрҙан аша. 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы ҡалалағы
иң эре баҡсаларҙың береһе буласаҡ.
Бина ике ҡатлы йылытылған үткəргес менəн тоташҡан ике йəнəш корпустан торасаҡ. Проект буйынса төркөм майҙансыҡтарында
күлəгəле япмалар һəм физкультура урынын ҡороу ҡаралған.
Балалар баҡсаһында 12 төркөм һаналасаҡ, араһында ике сабыйҙар төркөмө лə буласаҡ. Аҙ мобилле кешелəр өсөн йыһаздар ҡуйыласаҡ.
Пассажир һəм аҙыҡ-түлек күтəреү өсөн лифттар эшлəйəсəк.
Бөгөнгə бында тыштағы билəмə төҙөклəндерелгəн, фасад һəм йөҙлөклəү эштəре бара, һынау өсөн йылытыу бирелгəн.


Фото: Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.

Читайте нас: