Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 16:00

Бөгөндән рейдтар башланды

Республикала 23 ноябрҙән 31 декабргә тиклем “Шыршы–2020” иҫкәртеү операцияһы старт алды.Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, урман үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға – 3–4 мең һумға, вазифалы кешеләргә – 20–40 мең һумға, ойошмаларға 200-400 мең һумға тиклем административ штраф һалына.

Йәш ылыҫлы ағастарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү, яңы йыл алдынан шыршы тауарҙарын әҙерләүҙе, ташыуҙы һәм һатыуҙы контролгә алыу маҡсатында, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында республикала 23 ноябрҙән 31 декабргә тиклем “Шыршы–2020” иҫкәртеү операцияһы старт алды.
– Әлеге ваҡытта яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланып ҡына тора, шуға ла урман һағы инспекторҙары шыршы әҙерләү урындарында ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын асыҡлау буйынса етди тикшереүҙәр алып бара. Был операция сиктәрендә урман һағы хеҙмәткәрҙәре башҡа ҡыҙыҡһынған органдар менән берлектә яңы йыл шыршылары һатылған урындарҙа даими рейдтар үткәреп торасаҡ, шулай уҡ урман фонды ерҙәрендә патруллек итәсәк. Законһыҙ ташылған продукцияны асыҡлау маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойоштороласаҡ һәм стационар постар ҡуйыласаҡ, – ти федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе бүлеге начальнигы Юнир Садиҡов.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, урман үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға – 3–4 мең һумға, вазифалы кешеләргә – 20–40 мең һумға, ойошмаларға 200-400 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Штрафтан тыш закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ла ҡапларға тейеш. Әгәр килтерелгән зыян күләме 5 мең һумдан артып китһә, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 260-сы статьяһына (“Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу”) ярашлы енәйәт яуаплығына тарттырыласаҡ. Был осраҡта иң ҡаты яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
“Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау” законына ярашлы, һатылған шыршының законлы юл менән һатылыуын раҫлаған документты талап итә ала. Һатылған тауарҙың тауар-транспорт ҡағыҙы булырға тейеш, унда продукция алынған урын, күләме һәм тоҡомо күрһәтелә. Алып–һатыу килешеүендә кемдән тауар алыныуы, һаны, тоҡомо яҙыла.
Республика йәш ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыу, әҙерләү һәм һатыу тураһында Башҡоротостан Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә 8(347) 218-14-14 телефоны аша хәбәр итә ала.
Бөгөн урман хужалығын үҫтереүҙә төп бурыстар – урман һағын тәьмин итеү, ағас ултыртыу һәм урманды яҡлау. Был маҡсаттарға өлгәшеүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡубал ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ярҙам итә. Быйыл федераль проектты бойомға ашырыу бырышында Башҡортостанға урман хужалығын үҫтереүгә 211 миллион һум аҡса бүленде. Был саралар урман тергеҙеү һәм үҫтереү майҙандарын арттырыуға, шулай уҡ янғындарҙан күрелгән зыянды кәметеүгә йүнәлтелә.
Читайте нас: