-6 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 12:00
Бесәйҙәр һәм эттәр ковид-19 сире менән ауырыймы?
Әгәр сирләйҙәр икән, ул кешегә, йәки киреһенсә йоға аламы? Пандемия башланғандан алып йорт хайуандары аҫыраусыларҙы ошо һорауҙар борсой. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем дүрт аяҡлы дуҫында был йоғошло сир булыу-булмауына анализ бирә ала.
Әгәр сирләйҙәр икән, ул кешегә, йәки киреһенсә йоға аламы? Пандемия башланғандан алып йорт хайуандары аҫыраусыларҙы ошо һорауҙар борсой. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем дүрт аяҡлы дуҫында был йоғошло сир булыу-булмауына анализ бирә ала. Уны ветеринария клиникаларында алалалар, ә пцр диагностика Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһында яһала.
Йорт хайуандары ла коронавирус инфекцияһы эләгеп сирләй, әммә ул икенсе төрлө штамм, ти белгестәр. Анализ бесәйҙең ауыҙынан коронавирустың яңы төрөнә алына.
Бесәйҙән алынған биологик материал артабан лабораторияға ебәрелә. Өфөнөң Зорге урамындағы ғилми -етештереү ветеринар лабораторияһында тәүҙә ул санитар зона аша үтә. Бында пробалар айырылып пцр диагностика бүлегенә тапшырыла.
Лабораторияла йорт хайуандарында ковид-19 вирусын тикшереү өсөн махсус наборҙар бар.
Рибонуклеин кислотаһы айырып алынғас уға наборҙан реакцион ҡатнашма ҡушыла һәм аппарат эсенә ҡуйыла. Амфликатор – заманса ҡоролма, ентекле тикшереү уның эсендә яһала.
Бөтә эш бокстарҙа башҡарыла. Анализ яһаған ергә тик лаборанттар ғына инә ала.
Ауыҙынан шыйыҡса аҡһа, йүткереү, сөскөрөү кеүек билдәләре булһа һәм ашауҙан баш тартһа, дүрт аяҡлы дуҫығыҙҙы ветеринарҙарға күрһәтергә кәрәк, ти белгестәр. Бәхеткә күрә республикала ковид-19 сире бесәй һәм эттәрҙә әлегә табылмаған.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?