Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 18:00

Ниңә аҡса файҙаланылмай?

#национальныепроекты #миллипроекттар#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутинВладимир Путиндың “май” указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын 2020 йылда тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән 338,42 миллион һум аҡсаның 180 миллионы ғына үҙләштерелгән.

Владимир Путиндың “май” указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын 2020 йылда тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән 338,42 миллион һум аҡсаның 180 миллионы ғына үҙләштерелгән. Был хаҡта республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итә.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, дөйөм сумманың 260,47 миллион һумы федераль бюджеттан бүленгән. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт йүнәлеше буйынса 166,99 миллион һум, шул иҫәптән 96,08 миллион һум – федераль, 171,43 миллион һум – Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, тағы 164,39 миллион һум федераль аҡса ҡаралған.
“Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан аҡсаның аҙ үҙләштерелеүе ташыусыларҙың Нефтекамалағы ГТО майҙансыҡтарын һәм асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексын йыһазландырыу ваҡытын боҙоу менән бәйле. Әле 2020 йылдың сентябрендә үк көтөлгән тейешле ҡоролмалар өлөшләтә генә килде”, – тип аңлатты был хәлде министр.
Ҡалған ГТО майҙансыҡтары буйынса документтар түләү өсөн тапшырылған һәм Бүздәк, Саҡмағош, Учалы, Балаҡатай, Яңауыл, Благовар, Әлшәй райондарына һәм Сибай, Межгорье ҡалаларына бүлеп бирелгән. Асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы өсөн дә 16,5 миллион һумлыҡ ҡоролма килтерелгән.
Читайте нас: