Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 21:05

Автомобиль салонында ике ирҙең кәүҙәләре табылған

Туймазыла 23 ноябрҙә бер гаражда ике ир кешенең кәүҙәләре табылған.

Туймазыла 23 ноябрҙә бер гаражда ике ир кешенең кәүҙәләре табылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, ирҙәр еңел автомобиль салонында вафат булған. Алдан күҙаллау буйынса уларҙың үлеменең сәбәбе – һөрөм газы.
“Һыуыҡтар төшкәс, йыл һайын автомобилдең эшләп торған двигателенән сыҡҡан һөрөм газы менән ағыуланыуға бәйле бәхетһеҙ осраҡтар булып тора. Һөрөм газының төҫө лә, еҫе лә юҡ. Әммә уның һауалағы концентрацияһы бер процент ҡына булыуы лә кешенең үлемесле ағыуланыуы өсөн етә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, гаражда, хатта ишектәр асыҡ булғанда ла двигателе эшләп торған автомобилдәрҙе йылытырға йәки ремонтларға ярамай”, – тип яҙҙы ведомство етәксеһе социаль селтәрҙә.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.
Читайте нас: