Башҡортостанда “Үлемһеҙ йырҙар” башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен башҡарыусылар онлайн-фестивале старт ала. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, Башҡорт теле көнөнә арналған был фестивалдә 16 йәштән 65 йәшкә тиклемге һәүәҫкәр йырсылар ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт халыҡ оҙон йырын башҡарырыға һәм видероликты #үлемһеҙйырҙар2020 хэштегы менән социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк. Видероликтың оҙонлоғо 3 минутҡа тиклем булырға тейеш.