Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 14:05

Мең дә бер кәңәш

Йөҙөм дауалайХалыҡ медицинаһында виноград һәм уның киптерелгән емеше йөҙөм бик популяр. Йөҙөм үҙенсәлектәре виноградҡа бәйле. Мәҫәлән, ҡара йөҙөм ашҡаҙанды һәм эсәк юлдарын таҙарта, бөйөрҙө нығыта, йүтәл борсоғанда ярҙам итә.Әгәр ҙә ҡара йөҙөмдән орлоҡтарын алһаң һәм уныңурынына бер бөртөкҡара борос һалһаң, ул эс китеүҙе туҡтата.Көн һайын (3-4 бөртөк) уксуслы йөҙөм ашау талаҡ сирләгәндә ярҙам итә. Виноград уксусында ебетелгән йөҙөмдө иртәнсәк ас ҡарынға ашаһаң, талаҡтағы шеште тарҡата.Виноға йөҙөмдө һалып иҙһәң, тиреләге сей яраларҙы уңалтырға һәм һыҙлаған быуындарҙы дауалағанда ярҙам итә.Йөҙөм – ашҡаҙандың һәм бауырҙың тоғро дуҫы. Көн һайын уның эсендәге һөйәктәрҙе алып ташлап 100 г ҡабул итеү организмға ғәйәт файҙалы.

Йөҙөм дауалай
Халыҡ медицинаһында виноград һәм уның киптерелгән емеше йөҙөм бик популяр. Йөҙөм үҙенсәлектәре виноградҡа бәйле. Мәҫәлән, ҡара йөҙөм ашҡаҙанды һәм эсәк юлдарын таҙарта, бөйөрҙө нығыта, йүтәл борсоғанда ярҙам итә.
Әгәр ҙә ҡара йөҙөмдән орлоҡтарын алһаң һәм уныңурынына бер бөртөкҡара борос һалһаң, ул эс китеүҙе туҡтата.
Көн һайын (3-4 бөртөк) уксуслы йөҙөм ашау талаҡ сирләгәндә ярҙам итә. Виноград уксусында ебетелгән йөҙөмдө иртәнсәк ас ҡарынға ашаһаң, талаҡтағы шеште тарҡата.
Виноға йөҙөмдө һалып иҙһәң, тиреләге сей яраларҙы уңалтырға һәм һыҙлаған быуындарҙы дауалағанда ярҙам итә.
Йөҙөм – ашҡаҙандың һәм бауырҙың тоғро дуҫы. Көн һайын уның эсендәге һөйәктәрҙе алып ташлап 100 г ҡабул итеү организмға ғәйәт файҙалы.
Читайте нас: