Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 13:05

Путин ҙур эш хаҡынан һалымды арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы

#ПутинРәсәйҙә йыллыҡ килемдәре 5 млн һумдан күберәк булған граждандар өсөн физик шәхестәр килеменә һалым (НДФЛ) 13-тән 15 %-ҡа тиклем арттырылды.

Рәсәйҙә йыллыҡ килемдәре 5 млн һумдан күберәк булған граждандар өсөн физик шәхестәр килеменә һалым (НДФЛ) 13-тән 15 %-ҡа тиклем арттырылды. Ярашлы законға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Юғары килемдәр өсөн НДФЛ һалым осорона 650 мең һум һәм шуға өҫтәп 5 млн һумдан артҡан өлөш өсөн 15% тәшкил итәсәк. Бының менән хөкүмәт 2021 йылда бюджетҡа тағы 60 млрд һум аҡса алырға иҫәп тота.
Ил етәксеһе быйыл июнь айында рәсәйҙәргә мөрәжәғәт менән сығыш яһағанда эш хаҡы ҙур булған граждандар өсөн НДФЛ ставкаһын арттырырға тәҡдим иткәйне. Уның әйтеүенсә, алынған аҡса ауыр сирҙәре булған балаларҙы дауалауға тотоноласаҡ.
Фото: www.kremlin.ru
Читайте нас: