Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һанының артыуына бәйле хәлде төҙәтеү өсөн һуңғы мөмкинлек бирҙе, тип
хәбәр итә “Башинформ”. Республика Башлығы кисә хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә милли проекттың маҡсатлы күрһәткестәре булыуын хәтергә төшөрҙө. 2030 йылға республикала юл-транспорт ваҡиғаларында вафат булғандарҙың һаны йылына 160 кешенән артмаҫҡа тейеш, быйыл ошо һан әле үк 404 кеше тәшкил итте. Радий Хәбиров иһә был күрһәткесте йылына 400 кешенән арттырмау бурысын ҡуйғайны.