Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 18:05

Республика клиник дауаханаһына 200 мең һум штраф һалынған

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына 1 мең 400-ҙән ашыу коронавирус осрағы рәсми теркәлеп күрһәтелмәгән, шулай уҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлмәгән.

Өфөнөң Киров районы судынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына 1 мең 400-ҙән ашыу коронавирус осрағы рәсми теркәлеп күрһәтелмәгән, шулай уҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлмәгән. Быға тиклем баш ҡаланың Октябрь районы суды пандемия ваҡытында етешһеҙлектәр өсөн дауаханаға 100 мең һум штраф һалғайны.
Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны 13446 кешегә еткән. Һуңғы тәүлектә лаборатор раҫланған осраҡтар һаны 128 кеше тәшкил иткән. Бөгөн 1852 кеше әүҙем инфекция йөрөтөүселәр булып тора, улар барыһы ла дауаханаларҙа йәки өйҙә дауалана. Пандемия башланғандан алып 11518 кеше, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 92 сирле һауыҡҡан. Яңы үлем осраҡтары тураһында әлегә хәбәр ителмәне.
Читайте нас: