Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 16:05

Ҡышҡа әҙерлек тикшерелде

Ҡышҡы осорҙа урамдарҙа транспорт хәрәкәте хәүефһеҙ һәм тотҡарлыҡһыҙ булыуы көнүҙәк.

Ҡышҡы осорҙа урамдарҙа транспорт хәрәкәте хәүефһеҙ һәм тотҡарлыҡһыҙ булыуы көнүҙәк. Ошоға бәйле кисә МР хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы С. Йәрмөхәмәтов һәм МР хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм архитектура буйынса урынбаҫары М. Ваһапов “Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш кампанияһы” МУП-ының техникаһы һәм ҡорамалдары әҙерлеген тикшерҙе. Иҫәнғол ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар урамдарын ҡышҡы осорҙа ҡарҙан таҙартыу һәм тейешле хәлдә тотоу буйынса тендерҙы нәҡ ошо ойошма отҡан, тип яҙылды Ейәнсура район хакимиәтенең “Бәйләнештә”ге битендә.
Предрприятиела әҙерлек эштәре тамамланыуға бара, урамдарҙы таҙартыуға 12 берәмек техника йәлеп итеү планлаштырыла. Кәрәкле күләмдә боҙлауыҡҡа ҡаршы материал (ҡомло-тоҙло ҡушылма) тупланған. Техника яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгән. Тик техникала эшләүсе механизаторҙар етмәүгә бәйле кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү талап ителә.
Читайте нас: