Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 13:00

Беҙҙең уҡыусылар донъя рекорды ҡуя!

9-сы класс уҡыусыһы ауыр атлетика буйынса Европа Асыҡ Кубогында ун йыл дауамында берəү ҙə үтəй алмаған донъя рекордын уҙҙырып ебəргəн! Ул ҡайҙан тиһегеҙме?

Нефтекама ҡалаһынан 9-сы класс уҡыусыһы Дмитрий Селянин Мəскəүҙə ойошторолған ауыр атлетика буйынса Европа Асыҡ Кубогында ун йыл дауамында берəү ҙə үтəй алмаған донъя рекордын уҙҙырып ебəргəн – элеккегə ҡарағанда 7,5 килограмға ауырыраҡ штанга күтəреүгə өлгəшкəн. Шулай итеп, яҡташыбыҙ үҙенең тиҫтерҙəре араһында иң көслөһө булып танылып, бөтə донъяла билдəлелек яулаған.
Ошо көндəрҙə уны Нефтекама ҡалаһы хакимиəте башлығы Ратмир Мəүлиев ҡотлаған. «Шундай бəлəкəй генə, ə үҙе донъя рекорды
ҡуйған чемпион!» - тип яҙа ул социаль селтəрҙəрҙə.
Үҫмер яуланған үрендə туҡтап ҡалырға уйламай, 6 декабрҙə үтəсəк Донъя кубогында рекорд ҡуйырға йыйына. Уңыштар юлдаш булһын яҡташыбыҙға!
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: