Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 12:00

Ауырымағандар тарымаһын, ауырығандар еңел үткәрһен

Был мәҡәләне яҙырға бер ауылдашымдың “Ул ауырыу юҡ бит! Кешене ҡурҡытып тоталар! Ябай грипп ул” тигән һүҙҙәре этәргес булды. Эйе, был сир менән ауырымаған ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, шулай уйлай.

Был мәҡәләне яҙырға бер ауылдашымдың “Ул ауырыу юҡ бит! Кешене ҡурҡытып тоталар! Ябай грипп ул” тигән һүҙҙәре этәргес булды. Эйе, был сир менән ауырымаған ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, шулай уйлай. Мин үҙем дә коронавирус йоҡторғанға тиклем был ауырыуҙың барлығына ышанып етмәй инем. Ғәйеплемен, еңел ҡараным, бер ҙә ауырымаҫтай инем. Хатта, иҫкәртеүҙе инҡар итеп, магазиндарға, кеше күпләп йөрөгән урындарға битлекһеҙ инә торғайным.
Отпускыла булып, рәхәтләнеп ял итеп, йыл буйына етерлек көс йыйып, дәртләнеп сентябрь баштарында эшкә сыҡтым. 1 сентябрь – Белем көнө линейкаһында, һайлауҙа участкаларҙа һ.б. сараларҙа ҡатнашырға тура килде. Кеше менән аралашыуҙы минимумға еткерергә тиһәләр ҙә, мин, киреһенсә, әүҙемләштем генә. 10 сентябрҙән үҙемдә хәлһеҙлек тоя башланым. Ярар, оҙайлы ялдан һуң, организм өйрәнә алмайҙыр, тип үҙемде йыуаттым. 14-нән бөтөн тән ауырта, тән генә түгел, һөйәккә тиклем һыҙлай башланы. Тән температураһы 37,3 градус – түҙерлек, иртән тороп ауыртыуҙы баҫыусы дарыу эсәм дә эшкә, алға! Аҙна аҙағына хәл бөтөнләй бөттө. Өшөттөрә, баш ауырта, күҙҙе асып ҡарап та булмай – ахырҙа дауаханаға барырға булдым. Инфекция бүлегендә анализға мазок алып, табип саҡырттылар. Сирҙең билдәләре – ковидтыҡына оҡшаш тип, анализдар әҙер булмаһа ла, коронавирусҡа ҡаршы препараттар тәғәйенләне участка табибы. Рәхмәт, ваҡытында дауа ҡуллана башлау ярҙам иткәндер, КТ һөҙөмтәләре үпкәнең таҙа булыуын күрһәтте. Бына шунда Күмертауға КТ-ға барып, был ауырыу менән ныҡлап ауырыусыларҙы күреп (төрлө стадиялағыһын күрергә тура килде), сирҙең ныҡлап таралыуын һәм бик ҡурҡыныс булыуына инанып ҡайттым.
Төрлө кешелә төрлөсә үтә был ауырыу, шуға күрә теге йә был билдәләр миндә юҡ, тип ҡарарға ярамай. Больничный асҡас, ун көн тирәһе ләж яттым. Атларға хәл юҡ. Торһаң, баш әйләнә, ашарға һәм бәҙрәфкә барыр өсөн генә хәрәкәтләнәм. Бер аҙна ауыҙ – тәм, танау еҫ тойманы. Ҡыҙыҡ икән ул, ашаған ризығыңдың тәмен белмәһәң. Ул осорҙа көндәр матур булды, тап баҡса эштәре менән булыша торған ваҡыт. Ә мин ятам, тора ла алмай. Бына шул саҡта нисектер үҙеңде ҡулға алырға кәрәк, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Хәҙер аңлайым да, ауырығанда башҡа киләме ул. Әл дә балаларым янымда булды, ҡаранылар, ашарға бешереүе лә үҙ өҫтәренә алдылар. Минең анализ һөҙөмтәләре билдәле булғас та өйҙән сыҡманылар, сөнки мәктәпкә йөрөп башҡаларға йоҡтороу ихтималы бар ине. Улар ҙа мазок бирҙеләр, һөҙөмтәһе, Аллаға шөкөр, кире булды.
Бына, тейешле дауаны алам, әммә тән температураһы 37,1 – 37,5 градус тик тора. Икенсе төрлө антибиотик курсы үтергә, йәғни укол ҡаҙарға, тип тәғәйенләне табип. Коронавирус сирен кисереүсегә кем укол һалһын инде… Кешегә барыуы ла әллә нисек. Ҡыйын булһа ла үҙемә укол эшләргә өйрәнергә тура килде. Ә был ваҡытта анализ һөҙөмтәһе кире булғайны. Хәл нормалләшә төштө, андыҙ тамырын, үлән сәйҙәре эсәм, еңелсә генә массажын да эшләтәм. Тик өшөйөм килептереп, үпкәм тишкеләнеп бөткән дә шунан үтәнән-үтә һыуыҡ ел өрөп торған кеүек. Етмәһә, ошо осорҙа ковидтан, ковид һөҙөмтәһенән үлеүселәр күбәйеп китте. Был да күңелгә шом өҫтәй. Ни булһа ла булды, курс үттем, әммә температура шул килеш һаҡлана, тағы ла ҡанда лейкоциттар артып киткән. Аптырағас, икенсе төрлө антибиотик тәғәйенләнеләр, таблеткаларҙа. Уныһын ете көн эстем, уңғансы аҙаҡҡы анализ һөҙөмтәһе килде – кире, тик был сирҙе бөтөрөү бер, уның эҙемтәләре менән көрәшеү хәлде алды. Инде шәбәйеп киттем тигәндә, ҡан баҫымы күтәрелеп аптыратты. Ҡайһы ерең ауырта, шул ергә бәрәлер инде. Беҙҙең нәҫелдән килә ҡан баҫымы юғарылығы. Дүрт көн тирәһе хитландым. Ярай, уныһы бер, ауырый башлағандан алып эс китеү йонсотҡайны, өҫтәп антибиотиктар ҡулланыу бигерәк шәп булды. Уға ла дауа яҙып, өҫтәп әрем эсеп, бер төрлө рәткә килдем. Еңелсә йүткереү баштан алып аҙағына тиклем барҙы, үпкә тирәһе арҡа яҡлап, алдан өҫ яҡлап әсетеп торҙо һәм әле лә ауыртынып ала. Ә лейкоциттар кәмемәне, артты, баҡтиһәң, дарыуҙар, шул уҡ антибиотик та уларҙың күбәйеүенә булышлыҡ итә икән.
Үҙем ауырып ятам, башҡа ҡырҡ төрлө уй килә. Ярай, минең үпкә таҙа булды, ә үпкәләренә зыян килгәндәргә был сирҙән ҡотолоуы бигерәк тә ауырҙыр инде. Булды яҡын туғандарым, таныштарым араһында ла сирләүселәр. Еңел үткәргәндәр булды, кемгәлер дауаханала ла ятырға тура килде. Яҡын ғына һылыуым 30 йәштә, гөрләтеп йәшәр генә сағында, кесе йәштәге балаһын ҡалдырып, был яҡты донъялар менән хушлашты. Үпкәһе 90 процент зыян күргән. Шуға күрә, коронавирус юҡ, тигәндәргә өндәшәм: “Бар, бар ул ауырыу! Һаҡланайыҡ! Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ. Йәш кешеләр аяҡ өҫтө еңел үткәрә, өлкәнерәктәргә ҡыйынға тура килә. Ҡунаҡҡа йөрөргә тырышмайыҡ, ауырыу сигенһен, шунан иркенләп саҡырышырбыҙ!”
Ауырымағандар тарымаһын был сиргә, ауырығандар еңелерәк үткәрһен тигән теләктә ҡалам. Сирҙе биш айҙан кире йоҡтороу ихтималы бар, шунан Хоҙай аралаһын инде.
Читайте нас: