"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 13:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегацияһы Ырымбур өлкәһендә

Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре дауам итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, ҡоролтайҙың баш белгесе, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Илдус Ҡаһарманов Һарыҡташ районының Һунарсы ауылында башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашыу уҙғарҙы.

Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре дауам итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, ҡоролтайҙың баш белгесе, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Илдус Ҡаһарманов Һарыҡташ районының Һунарсы ауылында башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашыу уҙғарҙы.
«Ырымбур ере электән үҙен башҡорттарҙың мәҙәни һәм ижтимағи-сәйәси үҙәге итеп танытты. Мәҫәлән, Рус хөкүмәтенә петициялар яҙыу рөхсәт ителгәс тә, мәғариф системаһын төрки теленән башҡорт теленә күсереү буйынса тәүге хаттар тап Ырымбурҙың Аҡсура ауылы вәкилдәренән оҙатыла. Кантон етәкселәре Ҡыуатовтар нәҫеле лә Ырымбур яҡтары менән бәйле. Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөштө ошо ерҙәрҙә тыуған шәхестәр Аллабирҙе Йәғәфәров, Сәйет Мерәҫов индерә. Хәҙер иһә Башҡортостан Ырымбур менән бәйләнеште нығытып, бында башҡорт теленең, мәҙәниәтенең һаҡланыуына һәм үҫешенә көс һалырға тейештер», — тип билдәләне үҙенең сығышында Нурислам Ҡалмантаев.
Һарыҡташ районының Һунарсы ауылы мәктәбендә беренсе кластан уҡ башҡорт теле дәрестәре ҡаралған. Әммә башҡорт теле дәрестәре өсөн бирелгән сәғәттәр етмәй, тигән борсоуҙарын белдерҙе урындағы халыҡ.
«Беҙҙең ауыл советына өс башҡорт ауылы ҡарай: Һунарсы, Рыҫҡол һәм Һултанбай утары. Беҙҙең мәктәптә 24 бала ғына уҡыһа ла, бөтәһе лә башҡортса уҡыйҙар. Ата-әсәләрҙең башҡорт теле дәрестәренә ҡаршылыҡтары юҡ. Әммә сәғәттәр әҙ бирелә, тигән фекерҙәр ҙә юҡ түгел. Беҙҙең уҡыусылар муниципаль һәм өлкә олимпиадаларында еңеп, призлы урындар яулап килә. «Истоки» төбәк этно-фестивалендә беҙҙең балалар йыл һайын башҡорт милли йолаларын ҡатнашып, маҡтауҙарға лайыҡ була. Ҡарға бутҡаһы, исем туйы, ҡуҙғалаҡ байрамы, талҡан тәмләү, ҡайын суҡлау, ҡар һыуына барыу кеүек милли йолаларҙы үҫмерҙәр ҙә эстән күреп белде, өлкә халҡын да таныштырҙы. 2018 йылда районыбыҙ Милли йырҙар фестивале эстафетаһын ҡабул итте, бында ла беҙҙең ауыл башҡорт сәнғәтен күрһәтеп әүҙем ҡатнашты»,— тип белдерҙе Һунарсы ауылы мәктәбе директоры Зөлфиә Бикбова.
Башҡортостан Республикаһынан килгән делегация сафында Ейәнсура районы хакимиәте вәкилдәре лә бар. Уны район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов етәкләй.
«Ейәнсура районы һәм Ырымбур өлкәһен, айырыуса Һарыҡташ районын, байтаҡ мәҙәни, ижтимәғи, иҡдисади һәм хатта шәхси мөнәсәбәттәр бәйләй. Төбәктәрҙең географик тороштары шулай ҡоролған: Һарыҡташ районының ҡайһы бер ауылдарына Ейәнсураның үҙәге Иҫәнғол яҡыныраҡ, Ейәнсураның иһә ҡайһылыр тарафынан Һарыҡташҡа етеүе ҡулайлыраҡ. Ырымбур өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренең сараһы тап Һарыҡташта үтеүе беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, сөнки бында башҡорт теленең, мәҙәниәтенең үҫешенә Ейәнсура районының етәкселеге һәм белгестәре лә хәлдәренән килгәнсе ярҙам итергә тырыша», — тип белдерҙе Дәмин Марат улы.
Читайте нас: