Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 17:00

Ковид-19 диагнозы менән ауырығанда нисек бушлай препараттар алырға һәм анализ һөҙөмтәһен белергә?

Ситуацион үҙәккә ошондай һорауҙар йыш килә. Ковидҡа ҡаршы ситуацион үҙәктә 9 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул ителгән.

Ситуацион үҙәккә ошондай һорауҙар йыш килә. Ковидҡа ҡаршы ситуацион үҙәктә 9 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул ителгән.
Ситуацион үҙәккә шылтыратыусының тест һөҙөмтәһе ыңғай. Ул артабан нимә эшләргә тип һорай. Оператор иң тәүҙә уны тынысландыра һәм кәңәштәр бирә.
Конгресс-хол бинаһының ҙур залында урынлашҡан үҙәктә эш ҡояш ҡалҡҡанға тиклем башлана һәм ул байығас ҡына тамамлана. Бында һәр оператор көнөнә 20- 30 шылтыратыу ҡабул итә. Коронавирус менән бәйле күп һорауҙар килә. Иң таралғаны, нисек бушлай дарыуҙар алырға, сир билдәләре булғанда нисек дауаланырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә. Зөлфиә балалар йорто хеҙмәткәре. Был эшен дә күңел һалып башҡара.
Бер сменала 50-60 кеше эшләй. Операторҙар күбеһенсә социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре. Улар яуап бирә алмаған һорауҙарға медицина учреждениеларынан эксперттар бар. Ковид госпиталдә дауаланыусыларҙың яҡындарының хәлен белергә теләүселәр ҙә шылтырата. Бындай мөрәжәғәттәрҙе медэксперт эшкәртә. Һәр шылтыратыу иҫәптә һәм уларҙың проблемаһы хәл ителеүе лә оператор күҙәтеүендә.
Ковидҡа ҡаршы ситуацион үҙәк иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй, унда 8 (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Үҙәктән белдереүҙәренсә, бөтөнләй башҡа төрлө һорауҙар менән йонсотоусылар ҙа килеп сыға. Ундайҙарҙы телефон линияһы һәм операторҙың ваҡытын алмаҫҡа саҡыралар, сөнки ысынлап та ярҙам кәрәккән кеше эләгә алмауы ихтимал. Һәр мөрәжәғәт яҙылып бара һәм тыңлана.
БСТ
Читайте нас: