-4 °С
Болотло
«2019-сы йылда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү темаһына Ырымбур өлкәһенең һәм Башҡортостандың мәғариф идаралыҡтары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткән ине. Унан һуң беҙҙең төбәктә был һорауға иғтибар арта бирҙе. Ошо ваҡытта Ҡыуандыҡ районынан Илшат Дәүләтшин исемле егет ҡыҙын башҡортса уҡытыр өсөн ғариза яҙҙы. Ырымбур өлкәһенең башҡорттары ҡоролтайы был кеше менән бәйләнешкә сығып, эште үҙ күҙәтеүе аҫтына алды. Илшаттың һәм беҙҙең тырышлыҡ менән уҙған йылдың көҙөндә үк Ҡыуандыҡта ошо түңәрәк эшләй башланы. Түңәрәк асылғас, беҙ кадрҙар мәсьәләһен дә кисерҙек, сөнки түңәрәкте алып барған педагог Башҡортостанға күсеп китергә ҡарар итте. Әлеге ваҡытта иһә яңы белгес табылды»,— тип белдерҙе Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин.
«Гай районының төпкөл генә Воронеж ауылында, мәҫәлән, дөйөм белем биреү мәктәбендә 240 бала уҡый, уларҙың 176 балаһы — башҡорт ғаиләләренән. Педагогтарҙың күпселеге башҡорт телендә аралаша, әммә дәрестәрҙе русса алып бара. Бындағы йәмәғәтселектең ихтыярын туплап, тейешле урынға еткерһәк, Гай районында ла туған телде өйрәнеү үҙәген булдырырға була»,— тип ниәттәре менән уртаҡлашты Йәғәфәр Яманһарин.