МР хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановтың ҡотлауы
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр! һеҙҙе күркәм һәм бик мөһим байрам — Әсә көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Был байрам айырым йылылыҡ, балалар тәрбиәләүсе, йорт усағын һаҡлаусы бөйөк әсә хеҙмәтенә ихтирам менән билдәләнә. Ғүмер бүләк итеү һәм киләсәк быуындарҙа үҙ дауамыңды күреү — ҙур бәхет. Был ысын батырлыҡ һәм уны ҡатын- ҡыҙ оло һөйөү, түҙемлек һәм наҙлылыҡ менән, бөтә ғүмерен балаларына арнап, башҡара.
Донъя менән танышыу, үҙеңде һәм тәғәйенләнешеңде аңлау тап әсәйҙән башлана. Был һүҙҙә барыһы ла — һөйөү һәм хәстәрлек тә, йылылыҡ та, өмөт тә, көс тә, илһам да, изгелектә бар. Һеҙ балаларға барлыҡ күңел йылыһын бирәһегеҙ, улар лайыҡлы кешеләр булып үҫһен өсөн барыһын да эшләйһегеҙ.
Был көндө районыбыҙҙағы барлыҡ әсәләргә фиҙаҡәрлектәре, түҙемлелектәре һәм зирәк аҡылдары өсөн рәхмәт белдерәм. Тормошоғоҙҙа күркәм һәм яҡты көндәр, балаларығыҙ өсөн ҡыуанырға сәбәптәр күберәк, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ һау-сәләмәт булһын, һеҙгә ысын күңелдән һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, татыулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!