Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2020, 21:05

Коронавирустан үлеүселәр һаны 81-гә етте

Башҡортостанда COVID-19-ҙан тағы бер үлем осрағы теркәлгән

Башҡортостанда COVID-19-ҙан тағы бер үлем осрағы теркәлгән, тип хәбәр итә “Башинформ”, стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәттәренә таянып.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирустан 81 кеше вафат булған. Һуңғы тәүлектә төбәктә был сир йоҡторған кешеләр һаны 139-ға артҡан. Пандемия башланғандан алып COVID-19 йоҡтороусы 14126 кеше теркәлгән, шуларҙың 11890-ы һауыҡҡан.
Рәсәй буйынса бөтәһе 2,269 млн кешелә коронавирус асыҡланған, шуларҙан 26,7 мең тирәһе кеше һуңғы тәүлектә. Пандемия башланғандан алып 1,761 миллиондан артыҡ кеше һауыҡҡан, 39,5 меңдән күберәк кеше вафат булған.
Читайте нас в