ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2020, 18:05

Һыуыта

Киләһе аҙна башында Башҡортостанда 22 градусҡа тиклем һыуыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Киләһе аҙна башында Башҡортостанда 22 градусҡа тиклем һыуыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
“Башинформ” агенлығы хәбәр итеүенсә, Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбелә бер аҙ ҡар яуа, көньяҡ райондарҙа еңелсә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – минус 7-12 градус, аяҙытҡанда минус 17-гә тиклем. Көндөҙ 4-9 градус һыуыҡ.
Шишәмбелә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төрлө яҡтан, еңелсә. Температура республикала төндә 12-17 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк, урыны менән 22 градусҡа тиклем һалҡынайта. Көндөҙ – 9-ҙан 14 градусҡа тиклем һыуыҡ.
Фото: Яндекс Картинки
Читайте нас: