Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 14:00

#Ейәнсура#Коронавирус

Башҡортостанға ковидтан вакцина декабрь башында алынасаҡ, тип хәбәр итте бөгөнгө оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Башҡортостанға ковидтан вакцина декабрь башында алынасаҡ, тип хәбәр итте бөгөнгө оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

«Яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинаны ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. «Спутник V» вакцинаһы өсөн һалҡын сылбырын тотоу һәм һаҡлау өсөн кәрәкле урындар әҙерләнгән. Был вакцина менән эшләү өсөн тейешле инструктаж үткәрелгән», — тип билдәләне Забелин.
«Әкренләп күмәртәләп COVID-19-ҙан вакцинациялауға әҙерләнергә кәрәк. Күләме әлегә билдәле түгел, әммә ул тиҫтә лә түгел — меңләп буласаҡ. Беҙ әлегә иң алғы һыҙыҡтағыларҙы вакцинациялай алабыҙ. Кемдәрҙең теләге бар, шуларҙы», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Уның әйтеүенсә, республикала ҡулланылған вакцинаның ҙур булмаған партияһы үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы.
«Кемдәр вакцина алған, улар ысынлап та ауырымай. Беҙҙең бөтә проблемаларҙы хәл итеү күпселек COVID-19-ҙан вакцинациялауға бәйле”, – тип һығымта яһаны ул.
Читайте нас в