Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 13:00

1 декабрҙән нимәләр үҙгәрҙе?

Ҡыштың тәүге көнөнән тимер юл билеттарын һатып алғанда ташламаға хоҡуғығыҙ барлығын раҫлаған документты күрһәтеү мотлаҡ түгел. Ул автоматик рәүештә күренәсәк. Шулай уҡ билетты онлайн рәүештә лә ташлама менән һатып алып буласаҡ.

Бынан тыш, 1 декабрҙән граждандар үҙҙәренә ҡаралған социаль ярҙам саралары һәм ташламалар хаҡындағы мәғлүмәтте ала башлаясаҡ. Был хаҡтағы ҡарарҙы былтыр ил Президенты Владимир Путин ҡабул иткәйне. Дәүләт хеҙмәттәре сайтындағы шәхси кабинетығыҙҙа ошо хаҡта ентекләберәк белергә мөмкин.
Тағы 3 декабрҙән халыҡ-ара өлгөләге водитель танытмаларын бирә башлаясаҡтар. Ул рус, инглиз һәм француз телендә буласаҡ.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: