"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 15:00

3 декабрь – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡХөрмәтле район халҡы! Йыл ћайын 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнөн билдәләйбеҙ.Был дата – беҙҙең арала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәүе, уларға ярҙам, булышлыҡ итеү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү ул. Ныҡышмаллыҡ, түҙемлек һәм батырлыҡ талап иткән ҡаты һынауҙарға дусар булған, яҙмыш ҡушыуы буйынса ауыр социаль хәлдә ҡалған кешеләргә власть органдарының һәм бөтә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү был көндөң маҡсаты булып тора.Инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Фиҙаҡәрлегегеҙ, тырышлығығыҙ, иң ауыр саҡтарҙа ла үҙегеҙҙе ҡулға алып, барлыҡ көсөгөҙҙө балаларығыҙға биреп, уларға ғаиләлә йәшәргә, үҫешергә һәм ижад итергә мөмкинлек биреүегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Социаль хеҙмәткәрҙәргә, педагогтарға, табпитарға, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күңел йылыһы, иғтибар бүләк итеп, уларға, бер нимәгә ҡарамай, белемле, кәрәкле, ышаныслы кешеләр булып үҫергә ярҙам итеүселәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ихтирам, изгелек һәм йөрәк йылыһы донъяны яҡшыраҡ итергә һәләтле булыуын иҫтә тотоу мөһим.Һеҙгә бөтә йөрәктән ихтыяр көсөгөҙ сикһеҙ булыуын, артабан да бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар ҙа һындыра алмаҫлыҡ көслө рухлы, әүҙем кешеләр булып ҡалыуығыҙҙы теләйем. Һеҙҙең юлығыҙҙа тик изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр генә осраһын. Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар, именлек, үҙ-үҙегеҙгә ышаныс, бөтә ниәттәрегеҙ һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашыуын теләйем!Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡ
Хөрмәтле район халҡы! Йыл ћайын 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнөн билдәләйбеҙ.
Был дата – беҙҙең арала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәүе, уларға ярҙам, булышлыҡ итеү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү ул. Ныҡышмаллыҡ, түҙемлек һәм батырлыҡ талап иткән ҡаты һынауҙарға дусар булған, яҙмыш ҡушыуы буйынса ауыр социаль хәлдә ҡалған кешеләргә власть органдарының һәм бөтә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү был көндөң маҡсаты булып тора.
Инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Фиҙаҡәрлегегеҙ, тырышлығығыҙ, иң ауыр саҡтарҙа ла үҙегеҙҙе ҡулға алып, барлыҡ көсөгөҙҙө балаларығыҙға биреп, уларға ғаиләлә йәшәргә, үҫешергә һәм ижад итергә мөмкинлек биреүегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Социаль хеҙмәткәрҙәргә, педагогтарға, табпитарға, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күңел йылыһы, иғтибар бүләк итеп, уларға, бер нимәгә ҡарамай, белемле, кәрәкле, ышаныслы кешеләр булып үҫергә ярҙам итеүселәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ихтирам, изгелек һәм йөрәк йылыһы донъяны яҡшыраҡ итергә һәләтле булыуын иҫтә тотоу мөһим.
Һеҙгә бөтә йөрәктән ихтыяр көсөгөҙ сикһеҙ булыуын, артабан да бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар ҙа һындыра алмаҫлыҡ көслө рухлы, әүҙем кешеләр булып ҡалыуығыҙҙы теләйем. Һеҙҙең юлығыҙҙа тик изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр генә осраһын. Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар, именлек, үҙ-үҙегеҙгә ышаныс, бөтә ниәттәрегеҙ һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашыуын теләйем!
Читайте нас: