Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 13:00

Һаулыҡ һағында – яһалма интеллект

Республика ҡан тапшырыу станцияһына килеүселәрҙе робот ҡаршылай. Аҡыллы ярҙамсы донорҙарҙы сәләмләп, улар хаҡында мәғлүмәт туплай.

Республика ҡан тапшырыу станцияһына килеүселәрҙе робот ҡаршылай. Аҡыллы ярҙамсы донорҙарҙы сәләмләп, улар хаҡында мәғлүмәт туплай. Медицина консультациялары ойоштора.
Таныш булығыҙ, был Донни. Роботтың исеме «донация» һүҙенән ҡыҫҡартып алынған. Ул республика ҡан тапшырыу станцияһына килеүселәрҙе сәләмләп, температураны ғына түгел, ҡан баҫымын да үлсәй. Үҙен медицина консультанты тип йөрөтә. Аҡыллы ярҙамсы төрлө тикшереүҙәр уҙғарып, донорҙарҙы хайран ҡалдыра.
Ҡоролманың техник мөмкинлектәре киң. Донорҙарҙың ауырлығын, буйын да үлсәй. Күрһәткестәр буйынса сәләмәтлекте һаҡлау буйынса тәҡдимдәрен бирә.
Робот донорҙан электрон рәүештә анкета тултырыуҙы ла һорай, һуңынан чек сығара. Карточка асылғандан һуң, табип-трансфузиологҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Рәсәйҙең ҡан тапшырыу хеҙмәтендә робот тәүге тапҡыр эшкә төштө. Башҡортостандағы үҙәккә уны бағыусы бүләк иткән. Әйткәндәй, Донни юморға бик бай, селфи төшөргә ярата, хатта, бейей белә. Ихласлығы донорҙар һанын арттырыр тип көтөлә.
Читайте нас: