Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 14:00

Бөгөн Рәсәйҙә Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнә.

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,Был - билдәһеҙ һалдат һәйкәле.Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!Бөгөн Рəсəйҙə Билдəһеҙ һалдат көнө билдəлəнə. Был көндө төрлө һуғыштарҙа хəбəрһеҙ юғалған ҡаһармандарҙы иҫкəалалар, патриотик саралар үткəрəлəр.

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,
Был - билдәһеҙ һалдат һәйкәле.
Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?
Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!
Бөгөн Рəсəйҙə Билдəһеҙ һалдат көнө билдəлəнə. Был көндө төрлө һуғыштарҙа хəбəрһеҙ юғалған ҡаһармандарҙы иҫкə
алалар, патриотик саралар үткəрəлəр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 4,5 млн. һалдат хəбəрһеҙ юғалған.
2012–2018 йылдарҙа эҙəрмəндəр отрядтары 120 мең кешенең һөйəге ҡалдыҡтарын тапҡан. Шуларҙың 6 меңенең шəхесен асыҡлаған. Афған һуғышында 417 совет һалдаты əсирлеккə элəккəн һəм юғалған. 264 кешенең һуңғы яҙмышы билдəһеҙ.
Чечня һуғышында хəрби бурысын үтəгəндə 336 офицер һəм һалдат тураһында əлегəсə бер ниндəй мəғлүмəттəр ҙə юҡ.
Читайте нас: