Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 11:00

Табиптарға бушлай такси йөрөй башланы

Водителдәр ҙә ябай түгел. Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Зубов ауылы эргәһендәге ковид үҙәктә эшләүсе медиктар өсөн «Хәстәрлекле такси» ойошторҙо.

Водителдәр ҙә ябай түгел. Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Зубов ауылы эргәһендәге ковид үҙәктә эшләүсе медиктар өсөн «Хәстәрлекле такси» ойошторҙо.
Социаль акция сиктәрендә сәйәсмәндәр шәхси автомобиле булмаған табиптарҙы эш урынына һәм сменанан һуң өйҙәренә илтеп ҡуясаҡ. Баш ҡала буйынса 22 маршрут юлға сыҡты. Артабан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтовтың бөгөнгө эш көнө ғәҙәти булмаған вазифала башланады. Руль артына ултырған сәйәсмән «Хәстәрлекле такси» акцияһына ҡушылды. Социаль сара шәхси автомобилдәре булмаған табиптарҙы «ҡыҙыл зонаға» йөрөтөү маҡсаты ҡуйған.
Табиптарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған маршрут тәү сиратта Зубов ауылы эргәһендәге ковид-госпиталь менән тоташтыра. Дауахана Өфөнән ситтә урынлашҡан, шуға ла аҡ халатлыларға таң менән пассажирҙар тулы автобуста йә иһә бер яҡҡа ғына 200-300 һум аҡса түләп таксиҙа йөрөргә тура килә.
Депутаттар табиптарҙы иртән эш урынына, кискеһен кире өйҙәренә илтеп ҡуйырға ниәтләй. Транспорт менән ярҙам итеүҙе һорап медиктар үҙҙәре мөрәжәғәт иткән. «Хәстәрлекле такси» акцияһын ойоштороусылар башланғысты башҡа ойошмалар һәм билдәле такси операторҙары ла хуплап сығыр тип ышана.
Көсөргәнешле режимда эшләгән табиптар үҙҙәре лә йәмғиәт ҡурсыуына мохтаж. «Хәстәрлекле такси» акцияһы ла аҙмы-күпме уларҙың эш шарттарын еңеләйтеүгә йүнәлтелгән. Ковид зонала яңы смена ишектәре асылғас та һәр хеҙмәткәрҙең шәхси мәшәҡәттәре онотолоп, пациенттың сәләмәтлеге, уның ғүмере өсөн көрәш башлана.
Читайте нас: