Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 22:05

Ҡоторған бүре йөрөгән ауылда карантин иғлан ителде

Белорет районының Аҙнағол ауылында ҡотороу буйынса карантин иғлан ителде.

Белорет районының Аҙнағол ауылында ҡотороу буйынса карантин иғлан ителде. Ошо хаҡта указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Документҡа ярашлы, 30 ноябрҙән урындағы фермерҙың хужалығында сикләү саралары индерелә. Карантин индерелгән территорияла эт һәм бесәй күргәҙмәһе, өйрәтеү, үрсетеү, йорт хайуандарын һатыу, сығарыу, ҡырағай хайуандарҙы аулау тыйыла.
Хәбәр итеүебеҙсә, 8 ноябрҙә кис бүре эткә, кешеләргә һөжүм итә. Ваҡиға урынына саҡырылған полиция участковыйы Азат Ғәлимов йыртҡысты атып үлтерә.
Ҡурҡыу белмәй, ауыл буйлап йөрөгән бүре ҡотороу сире менән ауырыған булған. Ауырыу хайуан менән бәйләнешкә ингән кешеләр медицина ярҙамы күрһәтелә.
Ҡотороу сиренең артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, Белорет ветеринария хеҙмәте саралар: бүренең һәм эттең кәүҙәһен яҡҡандар, хәүеф зонаһына эләккән хайуандар ветеринар белгестәр күҙәтеүе аҫтында, халыҡҡа аңлатыу эше уҙғарылған, ауырыу бүре йөрөгән урындар зарарһыҙландырылған, сир тарылыуын иҫкәртеү маҡсатында эпозоотологик тикшереү ойошторолған, хәүеф зонаһы сиктәре билдәләнгән.
Читайте нас: