Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 21:05

Рәсәйҙәге тәүге QR-Конституция

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында V «Конституция-2020: асыҡ властың эволюцияһы» Дөйөм Рәсәй юридик форумында илдәге тәүге QR-Конституция менән таныштырҙылар.

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында V «Конституция-2020: асыҡ властың эволюцияһы» Дөйөм Рәсәй юридик форумында илдәге тәүге QR-Конституция менән таныштырҙылар, тип хәбәр итә “Башинформ”. Интерактив проект илдең Төп законына яңы төҙәтмәләр тураһында мәғлүмәт таратырға, шулай уҡ смартфоны булған һәр кемгә уның көнүҙәк редакцияһына инеп ҡарарға мөмкинлек бирә.
QR-кодлы стелалар Башҡорт дәүләт университетында, Күп функциялы үҙәктә, автобус туҡталыштарында һәм башҡа социаль әһәмиәтле урындарҙа ҡуйыла. Беренсеһе Башҡортостандың Конституция судында урынлаштырыла. QR-кодтар ҡала халҡын аныҡ учреждениеның эш йүнәлешенә тап килгән Конституция статьялары менән таныштыра. Кодты ҡарап, граждандар өс платформаның береһенә: Конституцияның яңыртылған редакцияһы ҡушымтаһын күсереп алырға, 2020 йылдың бөтә төҙәтмәләре тупланған махсус сайтҡа, шулай уҡ бүлектәрҙең һәр береһе (граждандарҙың хоҡуҡтары һәм иректәре, социаль гарантиялар, дәүләт ҡоролошо һәм башҡалар) буйынса Конституция статьялары шәлкеме сайтына күсергә мөмкин.
Фото: “Башинформ”
Читайте нас: