МР хакимиәте башлығы Д. Юланов үҙенең социаль селтәрҙәге битендә хәбәр итеүенсә, Яңы Павловкалағы “Дуҫлыҡ” паркында майҙаны 100 кв. метрҙан артыҡ булған тағы бер каток асыла. Әүҙем ял итегә яратыусыларҙы ул 7 декабрҙән ҡабул итә башлаясаҡ. “Был ябай каток ҡына түгел, ә күп функциялы спорт майҙансығы”, – тип яҙа башлыҡ. Ҡышын бында конькиҙа шыуырға мөмкин буласаҡ, бының өсөн прокат һәм кейем алмаштырыу вагонсығы, өҫтәлмә яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Йәйен футбол, волейбол, баскетбол уйнау өсөн йыһазландырылған һәм бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
“Дуҫлыҡ” паркында каток тик конькиҙа шыуыу өсөн эшләнде, бөтә уйындар һәм хоккей ярыштары “Салауат” ФСК-һы территорияһындағы паркта үткәреләсәк. Ауыл биләмәләре лә афарин. Муйнаҡ һәм Таҙлар ауыл советтары үҙаллы үҙҙәренең хоккей ҡумталарын булдырҙы, Һаҡмар (Арсен ауылы) һәм Яңы Петровка (Башҡорт Үргене) ауыл советтарына шулай уҡ был эште аҙағына еткерергә кәрәк”, – тип яҙҙы Дәмин Марат улы.