Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 14:05

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Владимир Путин менән һөйләште

Кисә Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путин инвалидтар ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе.

Кисә Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путин инвалидтар ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе.
Осрашыу видеоконференция форматында уҙҙы. Был һөйләшеүҙә Башҡортостандан Рөстәм Нәбиев та ҡатнашты. Уның исеме республика халҡына яҡшы таныш. Рөстәм Омскиҙа хәрби бурысын үтәгәндә казарма емерелеп саҡ иҫән ҡала, уға ҡатмарлы операциялар үткәрергә, аяғын киҫтерергә тура килә.
Әммә көслө рухлы Башҡортостан егете тормошҡа һөйөүен юғалтмай, Рөстәм бөгөн билдәле блогер, спортсы, тормош иптәше Индира менән ике ҡыҙ үҫтерә. Рөстәм Нәбиев быйыл Эльбрусҡа ла артылды. Уның исеме тау үренә ҡулдарында менеп еткән тәүге кеше булараҡ Рәсәйҙең Рекордтар китабына ла индереләсәк.
Яҡташыбыҙ киләсәктә Гималай тауҙарының 8 мең метр бейеклектәге нөктәһенә үрләргә лә ниәтләй. Рөстәм Рәсәй Президентынан ошо сәфәрҙе федераль каналдарҙа яҡтыртыуҙа ярҙам һораны.
Читайте нас: