Башҡортостанда синоптиктар декабрҙең тәүге ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, шәмбе һәм йәкшәмбе көндө республикала -15,-20 градусҡа тиклем һалҡын була. Көндөҙ -9,-14 градус, яуым-төшөм көтөлмәй.
Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге фаразына ярашлы, 10 декабргәсә уртаса һауа температураһының норманан 3-5 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.