Өфөлә “Һылыуҡай”-2020” Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсы тамамланды, тип
хәбәр итә “Башинформ”. Иң сибәр ҡыҙ тажына һәм “Лада” автомобиленә Учалы районынан 19 йәшлек Ләйсән Шөғәйепова лайыҡ булды. Уға призды Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы.