Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 20:00

Әгәр сәсегеҙ ҡойолһа...

Әгәр ҙә сәстәрегеҙ күпләп ҡойолоп йонсота икән, арзан һәм енел генә бер ысул тәҡдим итәбеҙ: Бының өсөн:


Әгәр ҙә сәстәрегеҙ күпләп ҡойолоп йонсота икән, арзан һәм енел генә бер ысул тәҡдим итәбеҙ:

Бының өсөн:

● 3 аш ҡалағы ромашка сәскәләре,
● 3 аш ҡалағы ваҡланған лавр япрағы,
● 100 мл һыу кәрәк буласаҡ.


1. Лавр япрағы һәм ромашкалы һауытҡа ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа 3 сәғәткә төнәтергә ҡуябыҙ.

2. Унан һөҙөп алабыҙ.
3. Әҙер шыйыҡсаны аҙнаһына 3—4 тапҡыр сәс төбөнә, (тамырҙарына үтерлек итеп) яҡшы итеп һөртәбеҙ .

Бер-ике аҙнанан һиҙҙереп сәстәрегеҙ нығыныр, ҡуйырып яңы көс алып үҫә башлар, төҫө лә ялтырап, һау торош алыр.
Һау-сәләмәт, һәр ваҡыт матур булығыҙ!
"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.
Читайте нас: